Сығыу 9

9
Малдарҙың үләте
1Раббы Мусаға былай тине:
– Фирғәүен янына бар ҙа әйт: «Ғивриҙәр Аллаһы Раббы былай тип әйтә, тиген: „Миңә ғибәҙәт ҡылыр өсөн халҡыма китергә рөхсәт ит. 2Әгәр ебәрмәһәң, уны һаман тыйып тотһаң, 3һинең яландағы бөтә малыңа – аттарыңа, ишәктәреңә, дөйәләреңә, һыйырҙарыңа, һарыҡ-кәзәңә Раббының ҡаты ҡулы төшөр, аяуһыҙ үләт башланыр. 4Раббы Исраил халҡының малы менән Мысыр халҡының малын айырыр; исраилдарҙың бер генә баш малы ла ҡазаланмаҫ“».
5Раббы тәғәйен ваҡытын да билдәләне: «Быны Мин бөтә илдә иртәгә эшләйем», – тине.
6Иртәгәһенә Раббы әйткәнен эшләне, мысырҙарҙың бөтә мал-тыуары ҡырылып бөттө, Исраил халҡының бер генә малы ла ҡазаланманы. 7Фирғәүен белешергә ебәрҙе – ысынлап та, Исраил халҡының бер генә баш малы ла үлмәгәйне. Ләкин фирғәүен һаман ҡарышты, Исраил халҡын ебәрмәне.
Эренле шеш
8Раббы Муса менән Һарунға:
– Мейестән берәр ус көл алығыҙ ҙа Муса уны фирғәүендең күҙ алдында һибеп ебәрһен, – тине. – 9Бөтөн Мысыр өҫтөндә саң күтәрелер, кешеләрҙе һәм мал-тыуарҙы эренле шеш баҫыр.
10Муса менән Һарун, берәр ус көл алып, фирғәүен алдына килеп баҫты. Мусаның көлдө күккә һибеүе булды – кешеләрҙең, мал-тыуарҙың тәнен эренле шеш баҫты. 11Сихырсылар башҡаса Муса менән ярыша алмаҫ булды, уларҙың тәне лә, бүтәндәрҙеке шикелле, эренле шеш менән ҡапланғайны.
12Әммә Раббы фирғәүенде һаман ҡарыштырҙы һәм фирғәүен уларҙы тыңламаны. Барыһы ла Раббы Мусаға әйткәнсә булды.
Боҙлауыҡ
13Раббы Мусаға былай тине:
– Иртәгә иртән тор ҙа йәнә фирғәүен алдына барып баҫ та әйт: «Ғивриҙәр Аллаһы Раббы былай тип әйтә, тиген: „Миңә ғибәҙәт ҡылыр өсөн халҡыма китергә рөхсәт ит. 14Был юлы Мин һинең үҙеңә, хеҙмәтселәреңә, тотош халҡыңа иң ҡаты язаларымды юллайым – бөтә ер йөҙөндә Миңә торошло һис берәүҙең юҡлығын аңларһың. 15Әгәр ҙә Мин, ҡулымды күтәреп, һиңә һәм халҡыңа ҡырғын ебәрһәм, ер йөҙөнән юҡ булыр инең. 16Ләкин, һин Минең ҡөҙрәтемде күрһен һәм исемем бөтә ер йөҙөндә билдәле булһын өсөн, Мин һине иҫән ҡалдырҙым. 17Әле һин һаман да Минең халҡымдан өҫтөн ҡыланаһың, уны ебәрмәй ҡарышаһың. 18Белеп тор, Мин иртәгә ошо ваҡытта Мысыр өҫтөнә шундай көслө боҙ яуҙырам – ундай боҙ-борсаҡтың Мысырға нигеҙ һалынған көндән алып бөгөнгә тиклем күренгәне юҡ. 19Көтөү-көтөү малдарыңды ышыҡҡа ҡуй, яландағы һәр нәмәңде йәшер-тыҡшыр. Асыҡ ерҙә ҡалған, ышыҡҡа йәшенмәгән һәр нәмә – кеше лә, мал-тыуар ҙа – боҙ һуғыуҙан харап булыр“».
20Фирғәүендең Раббы һүҙенән ҡурҡҡан хеҙмәтселәре ҡолдарын да, малдарын да ышыҡҡа йәшерә һалды. 21Раббы һүҙенә ҡолаҡ һалмағандар ҡолдарын һәм малдарын яланда ҡалдырҙы.
22Раббы Мусаға былай тине:
– Ҡулыңды күккә күтәр – Мысыр еренә боҙ-борсаҡ убылыр. Тотош Мысыр ерендәге халыҡты, мал-тыуарҙы, ҡырҙағы үләндәрҙе боҙ һуғыр.
23-24Муса ҡулындағы таяғын күккә күтәргәйне – Раббы күк күкрәтеп, боҙ ебәрҙе, ергә йәшен төшөрҙө. Ерҙә, әйтерһең дә, йәшенле ут ҡабынды, бөтә Мысыр бары тик ут менән боҙҙан торҙо; ундай көслө боҙҙо Мысыр халҡының бер ҡасан да күргәне юҡ ине. 25Бөтөн Мысыр ерендә боҙ-борсаҡ яланда ҡалған бар тереклекте – кешене лә, мал-тыуарҙы ла, үләнде лә – аяманы, хатта ағастарҙы һындырып бөттө. 26Бары тик Исраил халҡы йәшәгән Гошен ерендә генә боҙ яуманы.
27Фирғәүен, Муса менән Һарунды саҡырып, уларға:
– Был юлы гонаһ миндә булды. Раббы хаҡлы, мин үҙем дә, халҡым да ғәйеплебеҙ, – тине. – 28Раббыға ялбарығыҙ: аяуһыҙ был йәшен, боҙ-борсаҡ туҡтаһын. Мин һеҙҙе ебәрәм, тотмайым, китегеҙ!
29– Ҡаланан сығып, ҡулдарымды Раббыға табан күтәреү менән, йәшен туҡтар, боҙ яумаҫ булыр. Шул саҡ ерҙең Раббыныҡы булғанын белерһең. 30Ләкин үҙеңдең дә, хеҙмәтселәреңдең дә Раббы Алланан әле лә ҡурҡмағанығыҙҙы беләм, – тине уға Муса.
31Етен менән арпаны боҙ һуҡты, сөнки арпа башаҡланып, етен сәскә атып ултыра ине. 32Бойҙай менән борай, һуңыраҡ өлгөргәнгә күрә, зыян күрмәне.
33Муса, фирғәүен янынан китеп, ҡаланан сыҡты ла ҡулдарын Раббыға табан һондо – күк күкрәү менән боҙ яуыуы туҡтаны, ямғыр тынды. 34Фирғәүен ямғыр менән боҙҙоң яуыуҙан туҡтағанын, күк күкрәмәгәнен күрҙе лә йәнә гонаһлы эшенә тотондо – үҙе лә, хеҙмәтселәре лә йәнә ҡарышты. 35Һаман ныҡышты фирғәүен, Исраил халҡын ебәрмәне. Бөтәһе лә Раббы Муса аша алдан әйткәнсә булды.

ಪ್ರಸ್ತುತ ಆಯ್ಕೆ ಮಾಡಲಾಗಿದೆ:

Сығыу 9: БашИЯ2023

Highlight

ಹಂಚಿಕೊಳ್ಳಿ

ಕಾಪಿ

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in