Сығыу 10

10
Саранча
1Раббы Мусаға былай тине:
– Фирғәүен янына бар. Мин уны һәм уның хеҙмәтселәрен тиҫкәреләндерҙем. Быны Мин улар араһында хикмәттәремде күрһәтер өсөн, 2һәм һин һуңынан үҙеңдең балаларыңа, ейәндәреңә Минең мысырҙарға ҡарата ҡаты мөғәмәләм, күрһәткән хикмәттәрем хаҡында һөйләй алһын өсөн эшләнем. Һеҙ Минең Раббы булыуымды белерһегеҙ.
3Муса менән Һарун, фирғәүен янына килеп былай тине:
– Ғивриҙәр Аллаһы Раббы: «Һин Миңә буйһоноуҙан тағы күпме баш тартмаҡсы булаһың? Халҡымды ебәр, Миңә ғибәҙәт ҡылһындар. 4Әгәр халҡыма китергә рөхсәт итмәһәң, иртәгә биләмәңә саранча күндерәм. 5Ер бите күренмәҫ булыр, боҙҙан һуң имен ҡалған үлән-фәләнде, яланда үҫкән бөтә ағас-ҡыуаҡты ашап-кимереп бөтөрөр ул. 6Һарайыңа, хеҙмәтселәреңдең өйҙәренә, барлыҡ Мысыр кешеләренең йорт-еренә килеп тулыр; быға тиклем ошо ерҙә ғүмер һөргән ата-бабаларыңдың бындай хәлде күргәне булмаған», – тип әйтә.
Шунан Муса боролдо ла фирғәүен янынан сығып китте.
7Шул саҡ хеҙмәтселәре фирғәүенгә:
– Был әҙәмдән тағы күпме ыҙа сигергә? – тинеләр. – Ебәр һин уларҙы, әйҙә, үҙ Аллалары Раббыға ғибәҙәт ҡылһындар. Мысырҙың һәләкәт сигендә икәнен күрмәйһеңме ни?
8Муса менән Һарунды фирғәүен ҡабат үҙ янына саҡыртып:
– Барығыҙ, Аллағыҙ Раббыға ғибәҙәтегеҙҙе ҡылығыҙ, тик кемдәр барғанын әйтегеҙ, – тине.
9– Барыбыҙ ҙа барабыҙ: йәштәрҙе лә, ҡарттарҙы ла, уландарҙы, ҡыҙ-ҡырҡынды, кәзә-һарыҡты, үгеҙ-һыйырҙы ла ҡалдырмайбыҙ, сөнки Раббы хөрмәтенә байрам итергә тейешбеҙ, – тип яуапланы Муса.
10– Шулай итеп, мин һеҙгә ҡатындарығыҙ һәм бала-сағағыҙ менән китергә рөхсәт итергә тейешменме? Әйҙә Раббы һеҙгә ярҙам булһын! – тине фирғәүен. – Ниәтегеҙҙең яҡшынан түгел икәне күренеп тора. 11Улай булмай! Ирҙәр генә китегеҙ ҙә Раббыға ғибәҙәт ҡылығыҙ. Һеҙ бит шуны теләй инегеҙ.
Шунан Муса менән Һарунды фирғәүен эргәһенән ҡыуып сығарҙылар.
12Раббы Мусаға былай тине:
– Ҡулыңды Мысыр ере өҫтөнә һуҙ, әйҙә, саранча тубы ябырылып, боҙҙан имен ҡалған бар үләнде ашап бөтһөн.
13Муса таяғын Мысыр ере өҫтөнә күтәрҙе. Раббы был ергә көнсығыш елен ебәрҙе. Ел көнө буйы, төнө буйы иҫте лә таңға табан саранча тубын алып килде. 14Тотош Мысыр ерен саранча баҫты, энә төртөр урын ҡалманы: быға тиклем дә, бынан һуң да шул хәтле саранчаның булғаны булманы һәм булмаҫ та. 15Ер бите ҡап-ҡараға әйләнде, саранча боҙ-борсаҡтан имен ҡалған бар үләнде, бар ағас емешен һыпырып ашап бөттө, ағаста япраҡ, бөтә Мысыр ерендә үлән әҫәре ҡалманы.
16Фирғәүен Муса менән Һарунды саҡырта һалып алды ла былай тине:
– Аллағыҙ Раббы алдында ла, һеҙҙең алда ла гонаһ ҡылдым. 17Зинһар, мине был юлы ла ярлыҡағыҙ: Аллағыҙ Раббыға ялбарығыҙ, минән был афәтте алһын.
18Муса, фирғәүен янынан сығып, Раббыға ялбарҙы. 19Раббы ҡаршы яҡтан, көнбайыштан бик көслө ел ебәрҙе, саранчаны ҡубарып алып китеп, Ҡамышлы диңгеҙгә батырҙы: бөтә Мысыр ерендә бер саранча ла ҡалманы.
20Ләкин Раббы фирғәүендең йөрәген туң итте, шуға күрә ул һаман ҡарышты – Исраил халҡына китергә рөхсәт бирмәне.
Дөм ҡараңғылыҡ
21Раббы Мусаға:
– Ҡулыңды күккә күтәр, – тине. – Шул саҡ бөтә Мысыр ерен ҡараңғылыҡ ҡаплар, күҙгә төртһәң, күренмәҫлек булыр.
22Муса ҡулын күккә күтәрҙе – өс көнгә тотош Мысыр еренә ҡуйы ҡараңғылыҡ ятты. 23Кеше бер-береһен күрмәҫ, өс көн буйы өйҙәренән сыҡмаҫ булды. Исраилдар йәшәгән ерҙә иһә яп-яҡты ине.
24Фирғәүен Мусаны саҡырып алды ла былай тине:
– Барығыҙ, Раббығыҙға ғибәҙәт ҡылығыҙ. Әйҙә, бала-сағағыҙ үҙегеҙ менән барһын, бары тик малығыҙ – эреһе лә, вағы ла – бында ҡалһын.
25Муса иһә:
– Аллабыҙ Раббыға ҡорбан килтереү, тотош яндырыу ҡорбаны тәҡдим итеү өсөн һин беҙҙе көтөү менән ебәрергә тейешһең, – тип яуапланы. – 26Бер тояҡ та ҡалмаҫ, беҙҙең менән бөтә көтөү барыр: Аллабыҙ Раббыға ғибәҙәт ҡылыу өсөн ҡорбан малын тейешле урынға барып еткәс кенә һайлап алабыҙ. Унда барып етмәйенсә, Раббыға ниндәй ҡорбан кәрәген белеп булмай.
27Ләкин Раббы фирғәүендең күңелен ҡатырҙы. Шуға күрә фирғәүен исраилдарға китергә рөхсәт итмәҫкә булды. 28Фирғәүен Мусаға былай тине:
– Кит бынан, ҡабат күҙемә күренеп йөрөмә: килеп күренһәң – үлерһең.
29– Әйткәнеңсә булыр, башҡаса күҙеңә күренмәм, – тип яуап ҡайтарҙы Муса.

ಪ್ರಸ್ತುತ ಆಯ್ಕೆ ಮಾಡಲಾಗಿದೆ:

Сығыу 10: БашИЯ2023

Highlight

ಹಂಚಿಕೊಳ್ಳಿ

ಕಾಪಿ

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in