Сығыу 35

35
Шәмбе тураһында ҡанун
1Муса, бөтә Исраил йәмғиәтен йыйып, былай тине:
– Раббы һеҙгә бына нимәләр эшләргә бойорҙо: 2алты көн эшләрһегеҙ, ә етенсе көн – шәмбе, Раббыға бағышланған изге ял көнө. Шәмбе көндө эшләгән һәр кем үлемгә дусар ителер. 3Шәмбе көнө өйҙәрегеҙҙә ут яғырға ла ярамай.
Исраилдарҙың бүләктәре
4– Бына нимә ҡушты Раббы, – тине Муса Исраил йәмғиәтенә. – 5Раббы өсөн иғәнә йыйығыҙ. Теләгән һәр кем Раббыға алтын, көмөш, баҡыр, 6зәңгәр, ҡарағусҡыл ҡыҙыл һәм ут-ҡыҙыл йөн еп, сиратылған нәфис етен еп һәм кәзә дебете, 7ҡыҙылға буялған һәм иләнгән һарыҡ тәкәһе тиреһе, йоҡа итеп эшкәртелгән күн, сәрүәр ағасы, 8майшәм өсөн зәйтүн майы, мәсех майы һәм төтәтеү майы өсөн хуш еҫле матдәләр, 9эфод менән баш ҡаһин түшлеген биҙәр өсөн тирәсәгә кейҙереп ҡуя торған оникс һәм башҡа аҫыл таштарҙы килтерһен.
10Оҫталарығыҙ килеп Раббы эшләргә ҡушҡан бөтә нәмәләрҙе: 11Изге сатырҙы, уның япмаһын һәм өҫкө ябыуын; ҡаптырмаһын, рамдарын һәм һайғауҙарын, бағаналарын һәм төптәрен; 12һандыҡты һәм уға ҡолғаларҙы, һандыҡ ҡапҡасын һәм айырып торған пәрҙәне; 13өҫтәлде, уның ҡолғаларын һәм һауыт-һабаһын, Раббы хозурына ҡуйыла торған изге икмәкте; 14шәмдәлде һәм уның кәрәк-ярағын, майшәмдәрҙе, шәм өсөн майҙы; 15төтәтеү өсөн ҡорбан усағын һәм уға ҡолғаларҙы, мәсех майын һәм төтәтеү өсөн хуш еҫле матдәләр ҡатнашмаһын, Изге сатырға инер юлды яба торған ҡорманы; 16тотош яндырыу ҡорбаны өсөн баҡыр рәшәткәле ҡорбан усағын, уның ҡолғаларын һәм йыһаздарын, йыуынғыс менән уның таяуын; 17ихата шаршауҙарын, уның бағаналарын һәм төптәрен, ихата ҡапҡаһы өсөн ҡорманы; 18Изге сатыр ҡаҙыҡтарын һәм ихата әйләнәһендәге шаршау өсөн ҡаҙыҡтарҙы, уның бауҙарын, 19изге урында хеҙмәт итеү өсөн туҡылған кейем: Һарун ҡаһинға изге кейемдәр һәм уның улдарына ҡаһинлыҡ кейемдәре эшләһен.
20Исраил халҡы Муса янынан таралышты. 21Күңеле теләгән һәм ҡулынан килгән һәр кем Осрашыу сатыры өсөн, унда хеҙмәт итеү өсөн һәм изге кейемдәр өсөн Раббыға иғәнә алып килде. 22Теләгәндәрҙең һәммәһе лә – ир-ат та, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа – алтын әйберҙәрен: ҡаптырма, алҡа, йөҙөк, мунсаҡтарын килтерҙе. Улар был алтынды Раббыға һелкетмә ҡорбан булараҡ алып килде. 23Кемдә булған, шулар зәңгәр, ҡарағусҡыл ҡыҙыл һәм ут-ҡыҙыл йөн, нәҙек етен, кәзә дебете, ҡыҙылға буялған һәм иләнгән һарыҡ тәкәһе тиреһе һәм йоҡа итеп эшкәртелгән күн алып килде. 24Хәленән килгәндәр Раббыға иғәнәгә көмөш йәки баҡыр килтерҙе. Кемдә эшкә ярарлыҡ сәрүәр ағасы булған, шуны әжер ҡылды. 25Оҫта ҡуллы ҡатын-ҡыҙҙар зәңгәр, ҡарағусҡыл ҡыҙыл һәм ут-ҡыҙыл йөн, нәҙек етен иләп алып килде. 26Ҡулынан килгән һәм теләк белдергән бүтән ҡатындар кәзә дебете иләне. 27Ырыу башлыҡтары эфод менән түшлекте биҙәр өсөн оникс һәм башҡа аҫыл таштар, 28шулай уҡ хуш еҫле матдәләр, яҡтыртыу, мәсехләү һәм төтәтеү өсөн май алып килде. 29Ана шулай Исраил халҡы араһынан Муса аша Раббы эшләргә ҡушҡан эштә ҡатнашырға теләк белдергән бөтә ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ Раббыға үҙ ихтыяры менән бүләктәр килтерҙе.
Бесалил менән Оһолиав оҫта
30Муса Исраил халҡына былай тине:
– Белегеҙ: Раббы, Йәһүҙә ырыуынан Хурҙан тыуған Ури улы Бесалилды һайлап алып, 31уға Алла рухы иңдерҙе, зирәк аҡыл һәм һәләт, һәр эштә белем һәм оҫталыҡ бирҙе. 32Ул алтын, көмөш һәм баҡырҙан төрлө әйберҙәр уйлап табыу һәм яһау оҫталығына эйә, 33тирәсәгә кейҙереү өсөн таш юна, шулай уҡ ағас семәрләй белә – һәр кәсепкә оҫта. 34Раббы уға, шулай уҡ Дан ырыуынан Ахисамах улы Оһолиавҡа башҡаларҙы өйрәтеү һәләте бирҙе. 35Раббы уларға һәр төрлө оҫталыҡ: семәрләү, һыр-биҙәктәрҙе уйлап сығарыу, зәңгәр, ҡарағусҡыл ҡыҙыл һәм ут-ҡыҙыл йөн һәм нәҙек етен менән сигеү, туҡыма һуғыу ҡеүәһе бирҙе.

ಪ್ರಸ್ತುತ ಆಯ್ಕೆ ಮಾಡಲಾಗಿದೆ:

Сығыу 35: БашИЯ2023

ಹೈಲೈಟ್ ಮಾಡಿ

ಹಂಚಿಕೊಳ್ಳಿ

ಕಾಪಿ

None

ನಿಮ್ಮ ಎಲ್ಲಾ ಸಾಧನಗಳಲ್ಲಿ ನಿಮ್ಮ ಮುಖ್ಯಾಂಶಗಳನ್ನು ಉಳಿಸಲು ಬಯಸುವಿರಾ? ಸೈನ್ ಅಪ್ ಮಾಡಿ ಅಥವಾ ಸೈನ್ ಇನ್ ಮಾಡಿ