Сығыу 34
34
Килешеүҙе яңыртыу
1Раббы Мусаға былай тине:
– Элеккеләренә оҡшатып, ике таҡтаташ юн. Мин унда һин ярған теге таҡтаташтағы һүҙҙәрҙе тағы яҙырмын. 2Иртәнсәккә әҙер бул. Иртәнсәк Синай тауына мен дә тау башында Минең хозурыма баҫ. 3Һинең артыңдан берәү ҙә эйәрмәһен, был тауҙа берәү ҙә күренмәһен. Тау итәгендә мал-тыуар ҙа йөрөмәһен.
4Муса, Раббы ҡушҡанса, таштан элеккеһенә оҡшатып ике таҡтаташ юнды һәм таң һарыһынан, ҡулына таҡтаташтарын тотоп, Синай тауына күтәрелде. 5Раббы болот эсендә аҫҡа төштө, Муса алдына баҫып, Үҙенең «Раббы» исемен әйтте.
6Раббы Муса алдынан үтеп, былай иғлан итте:
– Раббы, Раббы, рәхимле һәм мәрхәмәтле, сикһеҙ түҙемле, оло мөхәббәтле һәм тоғро Раббы Алла. 7Мөхәббәтен меңенсе быуынға ҡарата ла һаҡлай; ғәйептәрҙе, гонаһтарҙы һәм енәйәттәрҙе ғәфү итә. Әммә ғәйеплене ғәйепһеҙ тип танымай: аталарының ғәйебе өсөн балаларын өсөнсө-дүртенсе быуынға тиклем язалар.
8Муса йәһәт кенә ергә ятып сәждә ҡылды 9һәм былай тине:
– Бөйөк Хакимым! Әгәр ҙә мине хуш күрһәң, әйҙә беҙҙең менән, бөйөк Хакимым минең! Эйе, был халыҡ тиҫкәре, шулай ҙа беҙҙең гонаһтарыбыҙҙы һәм енәйәттәребеҙҙе ярлыҡа ла беҙҙе Үҙ биләмәң итеп ал.
10– Һинең халҡың менән килешеү төҙөйөм, – тип яуапланы Раббы. – Улар алдында бер генә ерҙә лә, бер генә ҡәүемдә лә булмаған хикмәттәр ҡылам. Һин араларында йәшәгән бөтә халыҡтар һинең өсөн Мин Раббы ҡылған бөйөк эштәрҙе күрер.
11Мин әле һеҙгә бойорғандарҙың бөтәһен дә үтәгеҙ. Мин әмөриҙәрҙе һәм ҡәнғәниҙәрҙе, хиттиҙәрҙе һәм перизиҙәрҙе, хиууиҙәрҙе һәм йевусиҙәрҙе күҙ алдығыҙҙан ҡасырға мәжбүр итермен. 12Ҡарағыҙ, һеҙ барған ерҙә йәшәүселәр менән килешеү төҙөшмәгеҙ – был һеҙгә тоҙаҡ буласаҡ! 13Уларҙың ҡорбан усаҡтарын емерегеҙ, табыныу бағаналарын ватығыҙ, алиһә Ашера хөрмәтенә ҡуйылған ҡолғаларын ҡырҡып ташлағыҙ. 14Башҡа илаһтарға табынмағыҙ, сөнки Раббының исеме – Көнсөл, Ул көндәштәрҙе түҙмәй.
15Шуға күрә ул ерҙә йәшәүселәр менән килешеү төҙөшмәгеҙ. Улар үҙ илаһтары менән зина ҡылып, ҡорбан килтергән ваҡытта һеҙҙе лә саҡырыр, һеҙ ҙә уларҙың ҡорбан итен ашарһығыҙ. 16Уларҙың ҡыҙҙарын улдарығыҙға кәләш итеп алмағыҙ. Улар үҙ илаһтары менән яманлыҡ ҡылғанда, улдарығыҙҙы ла ошо яманлыҡҡа тартыр.
17Үҙеңә ҡойолма илаһтар яһама.
18Мин һеҙгә ҡушҡанса, авив айының тәғәйен ваҡытында ете көн сөсө икмәк ашап, Сөсө икмәк байрамын үткәрегеҙ. Сөнки авив айында Мысырҙан сыҡтығыҙ.
19Бөтә тәү тыуғадар Минеке. Һыйырҙыҡы булһынмы, һарыҡтыҡымы – тәүге түлдән тыуған иркәк мал – Миңә. 20Ишәктең тәүге быҙауын һарыҡ бәрәсе биреп йолоп алығыҙ, йолоп алғығыҙ килмәһә – муйынын бороп һындырығыҙ. Һәр ҡайһығыҙҙың беренсе ир балаһы йолом түләп алынырға тейеш.
Бер кем дә Минең хозурыма буш ҡул менән килмәһен.
21Алты көн эшлә, етенсе көнөнә ял ит, хатта һөргән һәм урған сағыңда ла эшеңде туҡтатып тор.
22Бойҙайҙың тәүге уңышын йыйғас, Аҙналар байрамын үткәр. Йыл аҙағында Уңыш йыйыу байрамын үткәр.
23Бөтә ир-егеттәрегеҙ йылына өс тапҡыр бөйөк Хаким алдына – Исраил Аллаһы Раббы хозурына килеп баҫырға тейеш. 24Әгәр ҙә йылына өс тапҡыр Аллағыҙ Раббы хозурына килеп баҫыр булһағыҙ, Мин халыҡтарҙы һеҙҙең алдығыҙҙан ҡасырға мәжбүр итермен, биләмәләрегеҙҙе киңәйтермен, бер кем дә ерегеҙҙе тартып ала алмаҫ.
25Миңә килтерелгән ҡорбандың ҡанын әсе икмәк менән бергә тәҡдим итмә.
Ҡотҡарылыу байрамына килтерелгән ҡорбан иртәнсәккә тиклем ҡалмаһын.
26Ерең биргән тәүге уңыштың иң яҡшыһын Аллаң Раббының йортона алып кил.
Кәзә бәрәсен инәһенең һөтөндә бешермә.
27Раббы Мусаға:
– Был һүҙҙәрҙе яҙып ҡуй, – тине. – Был – Мин һинең менән һәм исраилдар менән төҙөгән килешеүҙең шарттары.
28Муса Раббы менән ҡырҡ көн һәм ҡырҡ төн булды. Ауыҙына икмәк тә, һыу ҙа ҡапманы. Ул таҡтаташтарға килешеү шарттарын – Ун бойороҡто яҙып ҡуйҙы.
Мусаның Синай тауынан төшөүе
29Муса Синай тауынан төшкәндә, ҡулына килешеү яҙылған ике таҡтаташ тотҡайны. Раббы менән һөйләшкәнгә күрә йөҙө нур сәсеп тора, әммә Муса үҙе был хаҡта белмәй ине. 30Һарун менән Исраил халҡы, Мусаның йөҙөнән нур сәселгәнен күргәс, уға яҡынайырға ҡурҡты. 31Муса уларҙы эргәһенә саҡырҙы. Һарун менән йәмғиәт башлыҡтары уға яҡын килде, һәм Муса һүҙ башланы. 32Шунан ҡалған исраилдар ҙа килде. Муса уларға Раббының Синай тауында үҙенә белдергән бөтә бойороҡтарын бәйән итте. 33Улар менән һөйләшеп бөткәндән һуң, йөҙөнә япма япты.
34Һәр саҡ, Раббы менән һөйләшер өсөн Уға яҡынайғанда, Муса йөҙөнән япманы алыр булды. Әйләнеп ҡайтҡас, Исраил халҡына Раббы үҙенә бойорғандарҙы хәбәр итер, 35Исраил халҡы уның йөҙөнән нур һибелгәнен күрер ине. Муса, Раббы менән киләһе һөйләшкәнгә тиклем, йөҙөн йәнә япма менән ябыр булды.
ಪ್ರಸ್ತುತ ಆಯ್ಕೆ ಮಾಡಲಾಗಿದೆ:
Сығыу 34: БашИЯ2023
ಹೈಲೈಟ್ ಮಾಡಿ
ಹಂಚಿಕೊಳ್ಳಿ
ಕಾಪಿ

ನಿಮ್ಮ ಎಲ್ಲಾ ಸಾಧನಗಳಲ್ಲಿ ನಿಮ್ಮ ಮುಖ್ಯಾಂಶಗಳನ್ನು ಉಳಿಸಲು ಬಯಸುವಿರಾ? ಸೈನ್ ಅಪ್ ಮಾಡಿ ಅಥವಾ ಸೈನ್ ಇನ್ ಮಾಡಿ
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023