Сығыу 26
26
Изге сатыр
1Изге сатырҙы ун шаршауҙан эшлә. Шаршауҙар сиратылған нәфис етендән, зәңгәр, ҡарағусҡыл ҡыҙыл һәм ут-ҡыҙыл йөндән һуғылһын һәм уларға оҫта итеп кируб һүрәттәре сигелһен. 2Һәр шаршауҙың буйы егерме һигеҙ, иңе дүрт терһәк булһын. Бөтә шаршауҙар ҙа бер үлсәмдә булырға тейеш. 3Биш шаршау бергә, бер киҫәккә, ҡалған бишәүһе шулай уҡ бергә беркетелһен. 4Беренсе киҫәктең ситке иңе буйлап зәңгәр элмәктәр, шулай уҡ икенсе киҫәктең ситке иңе буйлап та шундай уҡ элмәктәр эшлә. 5Бер киҫәктең ситке иңендә илле, икенсе киҫәктең ситке иңендә тағы ла илле элмәк булырға тейеш: бер элмәк ҡаршыһында – икенсе элмәк. 6Алтындан илле ҡаптырма эшлә. Ҡаптырмалар менән шаршауҙарҙы беркет тә бер бөтөн итеп йый – Изге сатыр хасил булыр.
7Изге сатырҙы ҡаплау өсөн кәзә дебетенән һуғылған ун бер япма эшлә. 8Һәр япманың буйы утыҙ, иңе дүрт терһәк; ун бере лә бер үлсәмдә булһын. 9Шуларҙың бишәүһен бергә, тағы алтауһын бергә беркет; алтынсыһын уртаға бүлеп һал – ул ингән ерҙә һәленеп торор. 10Бер киҫәктең ситке иңе буйлап илле элмәк һәм икенсе киҫәктең ситке иңе буйлап илле элмәк эшлә. 11Илле баҡыр ҡаптырма эшлә, уларҙы элмәккә ҡаптыр һәм, бер бөтөн япма килеп сыҡһын өсөн, ике киҫәкте бер-береһенә беркет. 12Япманың оҙонлоғонан артып ҡалғаны – ярты иң – Изге сатырҙың артҡы яғынан аҫылынып төшһөн. 13Япманың ике яғынан да бер терһәккә артып ҡалған өлөштәре Изге сатырҙың ян-яҡтарын ҡаплап торорға тейеш. 14Сатыр өсөн йәнә ике ҡат япма эшлә: уларҙың береһе ҡыҙыл төҫкә буялған һарыҡ тәкәһе тиреләренән, икенсеһе – тәүгеһенең өҫтөндәгеһе – йоҡа итеп эшкәртелгән күндән булһын.
15Изге сатыр өсөн сәрүәр ағасынан рамдар яһа: 16һәр рамдың буйы ун терһәк һәм иңе терһәк ярым булһын. 17Рамдарҙы бер-береһенә беркетер өсөн һәр ҡайһыһының ике сығынтыһы булһын. Изге сатырҙың барлыҡ рамдары ла шул рәүешле эшләнһен. 18Изге сатырҙың көньяҡҡа ҡараған яғы өсөн егерме рам 19һәм улар аҫтына ҡырҡ көмөш төп – һәр рам аҫтына икешәр төп, уның һәр сығынтыһына бер төп эшлә. 20Шулай уҡ Изге сатырҙың икенсе, төньяҡҡа ҡараған яғы өсөн дә егерме рам 21һәм ҡырҡ көмөш төп – һәр береһенең аҫтына икешәр төп эшлә. 22Изге сатырҙың артҡы, көнбайыш яғы өсөн алты рам, 23артҡы мөйөштәре өсөн – тағы ике рам яһа, 24улар аҫҡы яҡтан икегә айырылған, ә өҫтән (беренсе дүңгәләк торған ерҙән) бөтөн булырға тейеш. Бындай рамдар икәү булһын – һәр мөйөштә берәр. 25Был һигеҙ рамға ун алты көмөш төп кәрәк – һәр береһенең аҫтына икешәр төп.
26Сәрүәр ағасынан Изге сатырҙың бер яғы буйлап рамдарҙы тоташтырыу өсөн – биш, 27икенсе яғы буйлап биш һәм уның артҡы, көнбайыш яғы өсөн биш һайғау әҙерлә. 28Уртансы һайғау сатырҙың бер башынан икенсе башына тиклем һуҙылған рамдарҙы тоташтырырға тейеш. 29Рамдарҙы алтын менән көплә һәм уларға һайғауға нығытыу өсөн алтын дүңгәләктәр беркет тә һайғауҙы алтын менән көплә. 30Сатырҙы тауҙа күрһәтелгән өлгө буйынса төҙө.
31Зәңгәр, ҡарағусҡыл ҡыҙыл һәм ут-ҡыҙыл йөн ептән һәм сиратылған етендән махсус пәрҙә һуҡ та оҫта итеп кируб һүрәттәре сик. 32Уны сәрүәр ағасынан эшләнеп, алтын менән көпләнгән дүрт бағананың алтын ырғаҡтарына эл. Был бағаналар дүрт көмөш төптә торһон. 33Пәрҙәне сатыр түбәһендәге ҡаптырмаларға эл дә Килешеү һандығын пәрҙә эсенә ҡуй. Был пәрҙә Мөҡәддәс урын менән Иң мөҡәддәс урынды айырып торһон. 34Иң мөҡәддәс урындағы Килешеү һандығы өҫтөнә ҡапҡас ҡуй. 35Пәрҙә алдына – изге икмәк өсөн өҫтәл, өҫтәл ҡаршыһына шәмдәл ҡуй. Шәмдәл – Изге сатырҙың көньяҡҡа ҡараған яғында, өҫтәл төньяғында торорға тейеш.
36Сатыр ауыҙын ҡаплап торһон өсөн зәңгәр, ҡарағусҡыл ҡыҙыл һәм ут-ҡыҙыл йөндән һәм сиратылған нәфис етендән туҡылып, сигелгән бер ҡорма эшлә. 37Ҡорманы элеү өсөн сәрүәр ағасынан биш бағана эшлә һәм алтын менән көплә. Ырғаҡтары ла алтын булһын. Бағаналар өсөн баҡырҙан биш төп ҡой.
ಪ್ರಸ್ತುತ ಆಯ್ಕೆ ಮಾಡಲಾಗಿದೆ:
Сығыу 26: БашИЯ2023
ಹೈಲೈಟ್ ಮಾಡಿ
ಹಂಚಿಕೊಳ್ಳಿ
ಕಾಪಿ

ನಿಮ್ಮ ಎಲ್ಲಾ ಸಾಧನಗಳಲ್ಲಿ ನಿಮ್ಮ ಮುಖ್ಯಾಂಶಗಳನ್ನು ಉಳಿಸಲು ಬಯಸುವಿರಾ? ಸೈನ್ ಅಪ್ ಮಾಡಿ ಅಥವಾ ಸೈನ್ ಇನ್ ಮಾಡಿ
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023