Сығыу 25
25
Изге сатыр өсөн иғәнәләр
1Раббы Мусаға былай тине:
2– Исраил халҡына Минең өсөн иғәнә йыйырға ҡуш: кем нимә теләй, шуны бирһен. 3Һин уларҙан түбәндәге әйберҙәрҙе ал: алтын, көмөш, баҡыр, 4зәңгәр, ҡарағусҡыл ҡыҙыл һәм ут-ҡыҙыл йөн еп, сиратылған нәфис етен еп һәм кәзә дебете, 5ҡыҙылға буялған һәм иләнгән һарыҡ тәкәһе тиреһе, йоҡа итеп эшкәртелгән күн, сәрүәр ағасы, 6майшәм өсөн зәйтүн майы, мәсех майы һәм төтәтеү майы өсөн хуш еҫле матдәләр, 7эфод#25:7 Эфод – Раббыға хеҙмәт иткәндә баш ҡаһин кейә торған, күкрәкте һәм арҡаны ҡаплап торған өҫ кейеме. менән баш ҡаһин түшлеген биҙәр өсөн тирәсәгә кейҙереп ҡуя торған оникс һәм башҡа аҫыл таштар.
8Исраил халҡы Минең өсөн Изге торлаҡ ҡорһон, һәм Мин улар араһында төйәкләнермен. 9Торлағым Изге сатырҙы һәм ундағы бөтә нәмәне Мин һиңә күрһәтәсәк өлгө буйынса эшлә.
Килешеү һандығы
10Сәрүәр ағасынан бер һандыҡ эшләһендәр: буйы ике терһәк#25:10 Терһәк – 45 см. ярым, иңе һәм бейеклеге терһәк ярым булһын. 11Уны эстән дә, тыштан да саф алтын менән көплә, ситтәрен алтын менән ҡаймала. 12Дүрт алтын дүңгәләк ҡойоп, уларҙы һандыҡтың дүрт тояғына беркет: ике дүңгәләк – һандыҡтың бер яғынан, икәүһе икенсе яғынан булһын. 13Сәрүәр ағасынан ҡолғалар эшләп, уларҙы алтын менән көплә 14һәм, һандыҡты ҡолғаға ултыртып йөрөтөр өсөн, уларҙы һандыҡтың ике яғындағы дүңгәләктәргә кейҙер. 15Был ҡолғалар һәр саҡ һандыҡтың дүңгәләктәренә кейҙерелгән булһын – уларҙы һурып алырға ярамай. 16Мин һиңә бирәсәк килешеү таҡтаташтарын һандыҡ эсенә һал.
17Һандыҡҡа саф алтындан гонаһтарҙан паклау ҡапҡасы#25:17 Гонаһтан паклау ҡапҡасы – йәһүд телендә был һүҙ «ҡапҡас», «гонаһтан паклау урыны» тигәнде лә аңлата ала. Пакланыу көнөндә баш ҡаһин Иң мөҡәддәс урынға халыҡтың гонаһтары өсөн килтерелгән ҡорбан малының ҡанын алып ингән һәм шул ҡанды Килешеү һандығының ҡапҡасына һирпкән. яһа. Уның буйы ике терһәк ярым, иңе терһәк ярым булһын. 18Ҡапҡастың ике осона, алтындан сүкеп, ике кируб эшлә. 19Кирубтарҙың береһе – бер, икенсеһе икенсе оста булһын һәм ҡапҡас менән бер бөтөндө тәшкил итһен. 20Кирубтарҙың ҡанаттары, өҫкә йәйелеп, һандыҡ ҡапҡасын ҡаплап торһон. Улар бер-береһенә йөҙҙәре менән ҡапма-ҡаршы торһон һәм ҡапҡас өҫтөнә ҡараһын. 21Һандыҡтың эсенә Мин һиңә бирәсәк килешеү таҡтаташтарын һал да ҡапҡасын яп. 22Һинең менән осрашҡан саҡта Мин ана шунда, һандыҡ ҡапҡасы өҫтөндә, ике кируб араһында булырмын һәм һинең аша бойороҡтарымды Исраил халҡына еткерермен.
Изге икмәк ҡуя торған өҫтәл
23Сәрүәр ағасынан бер өҫтәл эшлә: буйы ике терһәк, иңе бер терһәк һәм бейеклеге терһәк ярым булһын. 24Уны саф алтын менән көплә һәм сит-ситтәрен алтын менән ҡаймала. 25Ситтәренә ус аяһы#25:25 Ус аяһы – 7,5 см. бейеклегендә эргәлек эшлә һәм уны алтын менән ҡаймала. 26Дүрт алтын дүңгәләк яһап, уларҙы өҫтәлдең дүрт мөйөшөнә, аяҡтары тәңгәленә беркет. 27Дүңгәләктәрҙе эргәлек янына урынлаштыр; өҫтәлде күсереп йөрөтөргә кәрәк булғанда, уларға ҡолға кейҙереләсәк. 28Өҫтәлде күсереп йөрөтөр өсөн ҡолғаларҙы сәрүәр ағасынан эшлә лә уларҙы алтын менән көплә. 29Өҫтәлгә ҡуйыр өсөн саф алтындан тәрилкәләр, сеүәтәләр, түкмә ҡорбандар өсөн ҡомғандар һәм кәсәләр эшлә. 30Һәр ваҡыт Минең хозурыма өҫтәл өҫтөнә изге икмәк ҡуй.
Шәмдәл
31Саф алтындан сүкеп, шәмдәл эшлә. Уның нигеҙен, һабағын, кәсәләрен, бөрөләрен һәм таждарын бер бөтөн итеп тоташтыр. 32Уның бер яғынан – өс, икенсе яғынан – өс, йәмғеһе алты ботаҡ булһын. 33Алты ботаҡтың һәр береһендә бөрөләре һәм таждары менән баҙам сәскәһенә оҡшаған өсәр кәсә булһын. 34Шәмдәлдең һабында бөрөләре һәм таждары менән баҙам сәскәһенә оҡшаған дүрт кәсә булһын. 35Ике ботаҡ аҫтында бер бөрө, икенсе ике ботаҡ аҫтында бер бөрө, өсөнсө ике ботаҡ аҫтында бер бөрө – шәмдәлдең бөтә алты ботағы аҫтында ла шулай булырға тейеш. 36Кәсәнең бөрөләре лә, ботаҡтар ҙа – шәмдәл менән бер бөтөн: һәммәһе лә саф алтындан сүкелгән булһын.
37Ете майшәм эшлә һәм, шәмдәл алдын яҡтыртыу өсөн, уларҙы шәмдәл өҫтөнә ҡуй. 38Филтә ҡыҫҡыстар һәм һоҫҡолар саф алтындан булһын. 39Шәмдәлгә һәм уның кәрәк-ярағына бер талант#25:39 Талант – ауырлыҡ үлсәме, яҡынса 36 кг. саф алтын тотон. 40Ҡара уны, барыһын да тап һиңә тауҙа күрһәтелгән өлгө буйынса эшлә.
ಪ್ರಸ್ತುತ ಆಯ್ಕೆ ಮಾಡಲಾಗಿದೆ:
Сығыу 25: БашИЯ2023
ಹೈಲೈಟ್ ಮಾಡಿ
ಹಂಚಿಕೊಳ್ಳಿ
ಕಾಪಿ

ನಿಮ್ಮ ಎಲ್ಲಾ ಸಾಧನಗಳಲ್ಲಿ ನಿಮ್ಮ ಮುಖ್ಯಾಂಶಗಳನ್ನು ಉಳಿಸಲು ಬಯಸುವಿರಾ? ಸೈನ್ ಅಪ್ ಮಾಡಿ ಅಥವಾ ಸೈನ್ ಇನ್ ಮಾಡಿ
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023