Сығыу 14
14
1Раббы Мусаға былай тине:
2– Исраил халҡына әйт: кире боролһондар ҙа Пи-Һахироҫ янында, Мигдол менән Ҡамышлы диңгеҙ араһында, Бәғел-Сефон ҡаршыһында, диңгеҙ буйында туплам булып урынлашһындар. 3Әйҙә, фирғәүен, Исраил халҡы аҙашып йөрөй икән, юлдарын сүл быуған, тип уйлаһын. 4Мин фирғәүенде тағы тиҫкәреләндерермен дә ул артығыҙҙан ҡыуа сығыр. Ул сағында Мин фирғәүенде һәм уның бөтә ғәскәрен еңеп шөһрәтемде күрһәтермен! Бөтә мысырҙар Минең Раббы икәнемде белер!
Исраилдар шулай эшләне.
5Халыҡтың ҡасып китеүе тураһында Мысыр батшаһына хәбәр иткәс, фирғәүен менән уның хеҙмәтселәре кире уйланы.
– Нимә эшләнек беҙ? – тине улар. – Ҡолдарыбыҙ исраилдарҙы ебәрҙек.
6Фирғәүен яу арбаларын әҙерләргә ҡушты, ғәскәрен саҡырҙы. 7Ул Мысырҙағы бөтә яу арбаларын да үҙе менән алды. Уларҙың алты йөҙөнөң иң шәп яу арбалары булып, һәр береһендә уларҙың башлығы ла ултыра ине.
8Раббы Мысыр батшаһы фирғәүендең тиҫкәрелеген ҡуҙғатты ла теге Исраил халҡын ҡыуа сыҡты.
Исраил халҡы иһә бер нәмәнән дә ҡурҡмай атлауын белде. 9Мысырҙар уларҙың арттарынан төштө – фирғәүендең яу арбалары, һыбайлылары һәм тотош ғәскәре Исраил халҡын Пи-Һахироҫ янында, Бәғел-Сефон ҡаршыһында, диңгеҙ буйында туҡтаған урында ҡыуып етте.
10Фирғәүен үҙ ғәскәре менән яҡынайғандан-яҡынайҙы. Бына Исраил халҡы Мысыр сиреүенең етеп килгәнен күрҙе, ҡурҡышынан Раббыға ялбарҙы.
11– Әллә Мысырҙа беҙҙең өсөн зыярат юҡ инеме? – тинеләр улар Мусаға. – Ошонда, сүлдә баш һалһын тип алып килдеңме һин беҙҙе бында? Нишләттең һин беҙҙе? Ниңә беҙҙе Мысырҙан алып сыҡтың? 12Унда саҡта уҡ һиңә: «Ҡалдыр беҙҙе, әйҙә, мысырҙарға ҡол булып йәшәй бирәйек», – тип әйткәйнек бит инде. Сүлгә килеп үлгәнсе, Мысырҙа ҡол булыуың хәйерлерәк ине.
13Әммә Муса халыҡҡа:
– Ҡурҡмағыҙ! – тине. – Тик кенә тороғоҙ, бөгөн Раббының һеҙҙе нисек ҡотҡарғанын күрерһегеҙ. Әле күргән мысырҙарҙы башҡаса мәңге күрмәҫһегеҙ! 14Тыныс булығыҙ, Раббы һеҙҙең өсөн һуғышасаҡ.
15– Ниңә Миңә ялбараһың? – тине Раббы Мусаға. – Әйт Исраил халҡына, алға барһындар. 16Үҙең таяғыңды күтәр ҙә ҡулыңды диңгеҙ өҫтөнә һуҙ – диңгеҙ икегә ярылыр, Исраил халҡы уның төбөнән, ҡоро ерҙән барған шикелле, атлап сығыр.
17Мин иһә мысырҙарҙың күңелен ҡатырырмын, кирелектәренә барып, һеҙҙе баҫтырырҙар. Шул сағында Мин фирғәүенде һәм уның бөтә ғәскәрен, яу арбаларын һәм һыбайлыларын еңеп, шөһрәтемде күрһәтермен. 18Фирғәүенде, уның яу арбаларын һәм атлыларын еңеп, шөһрәтемде күрһәткәс, мысырҙар белер: Мин – Раббы.
19Быға тиклем Исраил халҡы алдынан барған Алла фәрештәһе сафтың артына сыҡты. Болот бағанаһы ла алдан артҡа күсте. 20Ул, Мысыр ғәскәрен исраилдар сафынан айырып, уларҙың араһында торҙо. Болот мысырҙарға – ҡараңғылыҡ, исраилдарға яҡтылыҡ бирҙе. Шуға ла ул төндә ике саф бер-береһенә яҡынайманы.
21Муса ҡулын диңгеҙ өҫтөнә һуҙҙы. Төнө буйы Раббы, көслө көнсығыш еле иҫтереп, диңгеҙ һыуҙарын ҡыуып айырҙы – диңгеҙ төбөндә ҡоро ер күренде. 22Исраил халҡы диңгеҙ төбөндәге ҡоро ерҙән атланы, һыуҙар уң яҡтан да, һул яҡтан да диуарҙай кәртәләнеп торҙо. 23Мысырҙар уларҙы баҫтырыуын белде; фирғәүендең бөтә аттары, яу арбалары, һыбайлылары исраилдар артынан диңгеҙ уртаһына инде. 24Таң алдынан Раббы болот һәм ут бағанаһы араһынан Мысыр ғәскәренә күҙ ташланы һәм уларҙы ҡурҡыуға һалды. 25Раббы яу арбаларының тәгәрмәстәрен тығылдырҙы ла, улары йүнләп әйләнмәне.
– Тиҙерәк ҡасайыҡ был Исраил халҡы янынан! – тине мысырҙар. – Раббы улар яғында беҙгә ҡаршы һуғыша.
26Раббы Мусаға былай тине:
– Ҡулыңды диңгеҙ өҫтөнә һуҙ – һыуҙар, кире тартылып, мысырҙарҙы, уларҙың яу арбаларын, һыбайлыларын батырыр.
27Муса ҡулын диңгеҙ өҫтөнә һуҙҙы – таңға табан диңгеҙ һыуы кире урынына ҡайтты. Мысырҙар кире йүгерергә маташты, әммә Раббы уларҙы диңгеҙ упҡынына олаҡтырҙы.
28Урынына ҡайтҡан һыуҙар Исраил халҡын диңгеҙ төбөнән баҫтырып барған фирғәүен ғәскәрен – яу арбаларын да, һыбайлыларын да тотош йотто. Уларҙың береһе лә иҫән ҡалманы. 29Исраил халҡы иһә диңгеҙ төбөндәге ҡоро ерҙән атлап сыҡты: уларҙың уң яғынан да, һул яғынан да һыу диуарҙай кәртәләнеп торҙо.
30Раббы ул көндө Исраил халҡын мысырҙар ҡулынан ҡотҡарҙы. Исраилдар яр буйында мысырҙарҙың мәйеттәрен күрҙе. 31Исраилдар Раббының ҡөҙрәте менән мысырҙарҙың ни хәлгә төшөүен күрҙе, шуға күрә Исраил халҡын Раббынан ҡурҡыу тойғоһо биләп алды. Улар Раббыға ла, Уның ҡоло Мусаға ла тамам инанды.
ಪ್ರಸ್ತುತ ಆಯ್ಕೆ ಮಾಡಲಾಗಿದೆ:
Сығыу 14: БашИЯ2023
Highlight
ಹಂಚಿಕೊಳ್ಳಿ
ಕಾಪಿ

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023