Сығыу 13

13
Беренсе булып тыуған ир баланы һәм иркәк малды Аллаға бағышлау тураһында
1Раббы Мусаға былай тине:
2– Исраилдарҙан тыуған беренсе ир баланың һәммәһе лә Миңә бағышланһын. Инә ҡарынының тәүге иркәк емешен – кешеләрҙекен дә, мал-тыуарҙыҡын да – Миңә арна. Улар Минеке.
3– Мысырҙан – ҡоллоҡ йортонан ҡотолған ошо көндө иҫегеҙҙә тотоғоҙ, – тине Муса халыҡҡа. – Сөнки был көндө Раббы Үҙенең ҡөҙрәтле ҡулы менән һеҙҙе ул ерҙән алып сыҡты. Ул көндө әсе ҡамырҙан бешерелгән икмәк ашамағыҙ. 4Бөгөн авив айында Мысырҙан сығаһығыҙ.
5Раббы һеҙҙе ҡәнғәниҙәр, хиттиҙәр, әмөриҙәр, хиууиҙәр, йевусиҙәр иленә, ата-бабаларығыҙға бирергә ант иткән һөт һәм бал ағып ятҡан ергә, алып килгәс, авив айында бына ошо йоланы үтәгеҙ: 6ете көн буйы сөсө икмәк ашағыҙ, етенсе көнөнә Раббы хөрмәтенә байрам яһағыҙ. 7Ете көн буйы сөсө икмәк ашағыҙ. Арағыҙҙа һәм илегеҙҙең бер генә ерендә лә әсе икмәк һәм әсетке булмаһын. 8Ул көндө һәр кем улына: «Мысырҙан киткән сағымда Раббының минең өсөн эшләгәндәрен хәтеремдә яңыртыр өсөн үтәйем мин был йоланы», – тип аңлатыр.
9Һинең өсөн был байрам ҡулыңдағы һәм маңлайыңдағы билдә һымаҡ булһын – Раббы ҡануны телеңдән төшмәһен. Сөнки Раббы һине ҡөҙрәтле ҡулы менән Мысырҙан алып сыҡты. 10Был күрһәтмәне йылдың-йылы, тәғәйен ваҡытта үтә.
11Раббы һиңә һәм ата-бабаларыңа ант иткәнсә, ҡәнғәниҙәр еренә алып килеп, уны һиңә биргәс, 12Уға баш ир балаңды бағышларға тейеш булаһың. Мал-тыуарыңдың тәүге түле лә, әгәр ҙә ул иркәк булһа, Раббыныҡы булһын. 13Ишәктең тәүге быҙауы өсөн йоломға һарыҡ бәрәсе бир, йолом биргең килмәй икән – муйынын ҡайырып һындыр. Һинең беренсе тыуған ир балаң да йолоп алынырға тейеш.
14Киләсәктә улың һинән: «Был нимәне аңлата?» – тип һораһа, былай тип яуап бир: «Раббы беҙҙе Мысырҙан, ҡоллоҡ йортонан ҡөҙрәтле ҡулы менән алып сыҡты. 15Фирғәүен ҡарышып беҙҙе ебәрмәгән саҡта, Раббы Мысырҙағы кешеләрҙең беренсе булып тыуған улдарын, мал-тыуарҙың тәүге иркәк түлен үлтерҙе. Шуға күрә мин мал-тыуарҙың тәүге түле булған иркәк малды Раббыға ҡорбан итәм, бөтә баш ир балалар өсөн йолом түләйем».
16Һинең өсөн был байрам ҡулыңдағы һәм маңлайыңдағы билдә һымаҡ булһын, сөнки Раббы ҡөҙрәтле ҡулы менән беҙҙе Мысырҙан сығарҙы.
Мысыр ғәскәренән ҡотолоу.
Ҡамышлы диңгеҙ
17Фирғәүен Исраил халҡын ебәргәс, Алла, ҡыҫҡа булыуға ҡарамаҫтан, уларҙы пелештиҙәр ере аша үткән юлдан алып китмәне. Сөнки Ул: «Һуғышырға кәрәклеген күрһә, халыҡ, кире уйлап, Мысырға боролор», – тине. 18Шуға ла уларҙы урау юлдан, сүл буйлап, Ҡамышлы диңгеҙ тарафына әйҙәне. Исраил халҡы Мысырҙан сыҡҡанда һуғышҡа әҙер булып барҙы.
19Муса үҙе менән Йософтоң һөйәктәрен дә алғайны, сөнки Йософ Исраил халҡын: «Алла һеҙгә мотлаҡ ярҙам итер. Шул саҡта бынан үҙегеҙ менән минең һөйәктәремде лә алып китегеҙ», – тип ант иттергәйне.
20Исраилдар, Суккоҫтан юлға сығып, сүл ситендәге Эҫамда туплам булып урынлашты.
21Раббы көндөҙ юл күрһәтер өсөн болот бағанаһы эсендә, төндә иһә юл яҡтыртыр өсөн ут бағанаһы эсендә уларҙың алдынан барҙы. Шунлыҡтан улар көндөҙ ҙә, төндә лә туҡтамай атланы. 22Көндөҙ болот бағанаһы, төнөн ут бағанаһы Исраил халҡын ташламаны.

ಪ್ರಸ್ತುತ ಆಯ್ಕೆ ಮಾಡಲಾಗಿದೆ:

Сығыу 13: БашИЯ2023

Highlight

ಹಂಚಿಕೊಳ್ಳಿ

ಕಾಪಿ

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in