Изге Яҙмала былай тип әйтелә: «Уға ышанған һис кем оятҡа ҡалмаҫ». Бында иһә йәһүдтәр менән йәһүд булмағандар араһында айырма юҡ, сөнки бөтәһе өсөн дә Раббы бер үк, Уға үтенеп мөрәжәғәт итеүселәргә Ул йомартлыҡ күрһәтә. «Раббыны исеме менән саҡырғандар барыһы ла ҡотолор».