Сығыу 11

11
Беренсе булып тыуған ир балаларҙың үлеме
1Раббы Мусаға:
– Мин фирғәүенгә һәм Мысырға яңы ҡаза күндерәм. Бынан һуң ул һеҙҙе бынан ебәрер. Ебәреү генә түгел, ҡыуып сығарыр, – тине. – 2Ә һин халыҡҡа әйт, ирҙәр ҙә, ҡатындар ҙа күршеләренән алтын-көмөш әйберҙәр һорап алһын.
3Раббы мысырҙарҙың күңелендә Исраил халҡына ҡарата миһырбан тойғоһо уятты. Ә Мусаның үҙен Мысырҙа фирғәүендең ярандары ла, халҡы ла бөйөк ир-уҙаман тип һанай ине.
4Муса фирғәүенгә:
– Раббы былай ти: «Төн уртаһында Мысыр буйлап үтермен. 5Был илдә тәхеттә ултырған фирғәүен улынан алып, тирмәндәге ҡолиәнең улына тиклем һәр мысырҙың баш ир балаһы вафат булыр. Хатта мал-тыуарҙың да тәүге түле үлер. 6Бөтә Мысыр ерендә иңрәү торор. Ундай иңрәүҙең быға тиклем дә булғаны юҡ, бынан ары ла булмаҫ. 7Ә исраилдарға ла, уларҙың мал-тыуарына ла хатта бер эт тә өрмәҫ. Шул сағында Раббының исраилдар менән мысырҙарҙы нисек айырып ҡарағанын күрерһегеҙ».
8– Шунан ошо ярандарың бөтәһе лә алдыма килеп эйелер, – тип тамамлап ҡуйҙы Муса. – «Үҙең дә, һин әйҙәгән халыҡ та тиҙерәк китһен», тип ялбарыр. Ана шул сағында мин китермен.
Муса фирғәүен янынан бик ныҡ асыуланып сығып китте.
9Раббы Мусаға: «Фирғәүенде һеҙҙең һүҙҙәрегеҙгә ҡолаҡ һалмаҫлыҡ иттем. Мысыр ерендә тағы ла күберәк мөғжизәләр ҡылыр өсөн эшләнем Мин быны», – тине.
10Муса менән Һарун бөтә был мөғжизәләрҙе фирғәүен алдында күрһәттеләр. Ләкин фирғәүен, Раббы уның тиҫкәреләндергәнгә күрә, һаман ҡарышты, Исраил халҡына Мысырҙан китергә рөхсәт итмәне.

Chwazi Kounye ya:

Сығыу 11: БВЗ(н)

Pati Souliye

Pataje

Kopye

None

Ou vle gen souliye ou yo sere sou tout aparèy ou yo? Enskri oswa konekte