Левиҙәр 23
23
Байрамдар
1Раббы Мусаға былай тине:
2– Исраилдарға Раббы тәғәйенләгән байрамдар тураһында иғлан ит: ул байрамдарҙа изге йыйындар саҡырылһын. Мин тәғәйенләгән байрамдар түбәндәгеләр:
Шәмбе көнө
3Алты көн эшләрһегеҙ, әммә етенсе көн – шәмбе, ял көнө, изге йыйын көнө. Бер ниндәй эш тә башҡармағыҙ. Йәшәгән һәр ерегеҙҙә Раббының шәмбе көнө был.
Ҡотҡарылыу һәм Сөсө икмәк байрамы
4Раббы тәғәйенләгән ваҡытта изге йыйын булараҡ иғлан ителәсәк байрамдар ошолар:
5Беренсе айҙың ун дүртенсе көнөндә, эңер төшкәс, Раббы хөрмәтенә Ҡотҡарылыу байрамы башланыр. 6Ошо уҡ айҙың ун бишенсе көнө – Раббының Сөсө икмәк байрамы. Ете көн буйы сөсө икмәк ашаясаҡһығыҙ. 7Тәүге көндө изге йыйын үткәрегеҙ, көндәлек эштәрегеҙҙе эшләмәгеҙ. 8Ете көн буйы Раббыға ут ҡорбандары килтерегеҙ. Етенсе көндә изге йыйын булһын, көндәлек эштәрегеҙҙе эшләмәгеҙ.
Тәүге көлтәне ҡаһинға килтереү
9Раббы Мусаға былай тине:
10– Исраил халҡына иғлан ит, әйт уларға: Мин һеҙгә бирәсәк ергә килгәс, унда ураҡ урғанда уңышығыҙҙың тәүге көлтәһен ҡаһинға килтерегеҙ. 11Шәмбе үткәс, икенсе көндө, ҡаһин көлтәне Раббы хозурында күтәреп һелкетһен һәм Раббы һеҙҙән ҡорбанды ҡабул ҡылыр. 12Көлтәне һелкеткән көндө тотош яндырыу ҡорбаны итеп Раббыға һарыҡтың бер йәшлек кәмселекһеҙ тәкә бәрәсен, 13бәрәс менән бергә икмәк саҙаҡаһы итеп эфаның ундан ике өлөшө күләмендә зәйтүн майына буталған иң яҡшы он килтерегеҙ. Был – ут ҡорбаны, Раббыға күркәм хуш еҫ. Шулай уҡ, түкмә ҡорбан булараҡ, бер һиндың дүрттән бер өлөшө күләмендә шарап алып килегеҙ. 14Яңы уңыштан Аллағыҙға ҡорбан килтергән көнгә тиклем, уның икмәген дә, ҡурмасын да, сей башаҡ та ауыҙ итмәгеҙ. Ҡайҙа ғына йәшәһәгеҙ ҙә, был һеҙҙең өсөн быуындан-быуынға мәңгелек ҡағиҙә булһын.
Уңыш байрамы
15Шәмбенең иртәгәһенән, йәғни һелкетмә ҡорбанға көлтә килтергән көндән башлап теүәл ете аҙна иҫәпләгеҙ. 16Ете шәмбе уҙғандан һуң, йәғни илленсе көндә, Раббыға йәнә икмәк саҙаҡаһы килтерегеҙ. 17Йәшәгән һәр ерегеҙҙән Раббыға һелкетмә ҡорбан итеп ике икмәк алып килегеҙ: улар бер эфа иң яҡшы бойҙай ононоң ундан ике өлөшөнән әсетеп бешерелһен. Был – Раббыға тәүге уңыш ҡорбаны. 18Икмәк менән бергә кәмселекһеҙ бер йәшлек ете бәрәс, бер үгеҙ башмаҡ, ике һарыҡ тәкәһе килтерегеҙ. Улар икмәк саҙаҡаһы һәм түкмә ҡорбан менән бергә Раббыға тотош яндырыу ҡорбаны булыр. Был – ут ҡорбаны, Раббыға күркәм хуш еҫ. 19Шулай уҡ гонаһ ҡорбанына бер кәзә тәкәһе, татыулыҡ ҡорбаны булараҡ бер йәшлек ике бәрәс килтерегеҙ. 20Ҡаһин ике бәрәсте тәүге уңыш икмәге менән бергә Раббы хозурында күтәреп күрһәтһен. Раббы өсөн изге булған был ҡорбандар – ҡаһиндыҡы. 21Шул уҡ көндө изге йыйын иғлан итегеҙ һәм көндәлек эштәрегеҙҙе башҡармағыҙ. Ҡайҙа ғына йәшәһәгеҙ ҙә, был һеҙҙең өсөн быуындан-быуынға мәңгелек ҡағиҙә булһын. 22Иген баҫыуығыҙҙың уңышын йыйған ваҡытта, ситенә тиклем урып бөтөрмәгеҙ, ҡалған башаҡтарҙы сүпләмәгеҙ. Уларҙы фәҡирҙәргә һәм килмешәктәргә ҡалдырығыҙ. Мин – Раббы, һеҙҙең Аллағыҙ.
Борғолар байрамы
23Раббы Мусаға былай тине:
24– Исраил халҡына әйт: етенсе айҙың беренсе көнөндә һеҙҙең өсөн ял көнө, борғо тауыштары менән иғлан ителгән изге йыйын булһын. 25Көндәлек эштәрегеҙҙе башҡармағыҙ, Раббыға ут ҡорбаны килтерегеҙ.
Гонаһтарҙан пакланыу көнө
26Раббы Мусаға былай тине:
27– Шул етенсе айҙың унынсы көнө – Гонаһтарҙан пакланыу көнө. Изге йыйын булыр ул һеҙҙең өсөн. Нәфсегеҙҙе тыйығыҙ, Раббыға ут ҡорбаны килтерегеҙ. 28Был көндө бер ниндәй эш тә башҡармағыҙ, сөнки был Пакланыу көнө, Аллағыҙ Раббы ҡаршыһында һеҙҙе пакландырыу көнө. 29Был көндө нәфсеһен тыймаған һәр кем халҡы араһынан ҡыуылыр. 30Был көндө ниндәй ҙә булһа эш менән шөғөлләнгән кешене халҡы араһынан юҡ итермен. 31Бер ниндәй эш тә башҡармағыҙ. Ҡайҙа ғына йәшәһәгеҙ ҙә, был һеҙҙең өсөн быуындан-быуынға мәңгелек ҡағиҙә булһын. 32Ул һеҙҙең өсөн махсус ял көнө, нәфсегеҙҙе тыйырға тейешһегеҙ, айҙың туғыҙынсы көнөндә, бер кистән икенсе кискә тиклем, шәмбе көндө билдәләгеҙ.
Ҡыуыш байрамы
33Раббы Мусаға былай тине:
34– Исраил халҡына әйт: шул етенсе айҙың ун бишенсе көнөнән башлап ете көн буйы Раббыға бағышланған Ҡыуыш байрамы үткәрегеҙ. 35Тәүге көндә изге йыйын булыр. Көндәлек эштәрегеҙҙе башҡармағыҙ. 36Ете көн буйы Раббыға ут ҡорбаны килтерегеҙ. Һигеҙенсе көндө һеҙҙең өсөн изге йыйын булһын һәм Раббыға ут ҡорбаны килтерегеҙ. Был – изге йыйын, көндәлек эштәрегеҙҙе эшләмәгеҙ.
37Раббы тарафынан тәғәйенләнгән байрамдар ошо. Байрамдарҙа изге йыйындар саҡырып, Раббыға, һәр береһен үҙенең тәғәйен көнөндә, ут ҡорбаны, тотош яндырыу ҡорбаны, икмәк саҙаҡаһы, салыу ҡорбаны, түкмә ҡорбан килтерегеҙ. 38Былар барыһы ла Раббының шәмбеләренән, Раббыға биргән бөтә саҙаҡаларығыҙҙан, нәҙер итеп әйтелгән һәм нәфел ҡорбандарығыҙҙан тыш була.
39Етенсе айҙың ун бишенсе көнөндә, ерегеҙҙән уңыш йыйған саҡта, Раббы өсөн ете көн буйы байрам яһағыҙ. Беренсе һәм һигеҙенсе көн ял булыр. 40Тәүге көндө иң матур ағастарҙың ботаҡтарын, хөрмә япраҡтарын, йылға талының һәм суҡ япраҡлы ағастарҙың ботаҡтарын алығыҙ ҙа ете көн буйы Аллағыҙ Раббының хозурында күңел асығыҙ. 41Йыл һайын ете көн буйы Раббы хөрмәтенә байрам итәсәкһегеҙ. Был һеҙгә – быуындан-быуынға мәңгелек ҡағиҙә. Уны етенсе айҙа байрам итегеҙ. 42Ете көн ҡыуыштарҙа йәшәгеҙ. Ерле исраилдарҙан һәр кем ҡыуышта йәшәһен. 43Шул сағында килер быуындарығыҙ Мысыр еренән алып сыҡҡан ваҡытта Исраил халҡын ҡыуыштарҙа йәшәткәнемде белер. Мин – Раббы, һеҙҙең Аллағыҙ.
44Муса Исраил халҡына Раббы тәғәйенләгән байрамдарҙы иғлан итте.
वर्तमान में चयनित:
Левиҙәр 23: БашИЯ2023
हाइलाइट
शेयर
कॉपी

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

: