Левиҙәр 21

21
Ҡаһиндар өсөн ҡағиҙәләр
1Раббы Мусаға былай тине:
– Һарун улдары ҡаһиндарға иғлан ит, әйт уларға: туған-тыумасаһының мәйетенә ҡағылып, үҙҙәрен нәжесләмәһендәр. 2Бары тик иң яҡын туғаны: әсәһе менән атаһы, улы йәки ҡыҙы, ағаһы менән ҡустыһы, 3үҙенең янында йәшәүсе кейәүгә сыҡмаған ҡыҙ туғаны булһа, тик уларға ҡағылыуҙан ғына нәжесләнмәҫ. 4Ҡатынының туғандары өсөн ул үҙен нәжесләп хурларға тейеш түгел.
5Ҡаһин үҙенең сәсен алдырмаһын, һаҡалын ҡыҫҡартмаһын, тәнен йәрәхәтләп яра һалмаһын. 6Аллаһы өсөн изге булһын, Алланың исемен хурламаһын, сөнки Раббының ут ҡорбандарын, Аллаһының ризығын, улар тәҡдим итә, шуға күрә изге булырға тейештәр.
7Фәхишәгә һәм мәсхәрәләнгән ҡатынға, ире ташлаған ҡатынға өйләнмәһен, сөнки ҡаһин – Аллаһы өсөн изге. 8Уны изге тип белегеҙ, сөнки Аллағыҙға ризыҡты ул тәҡдим итә; ул һеҙҙең өсөн изге булһын, сөнки Мин, һеҙҙе изге итеп айырып алған Раббы, изгемен. 9Әгәр ҙә ҡаһиндың ҡыҙы фәхешлек итеп үҙен бысратһа, ул атаһын хурлыҡҡа ҡалдыра. Шуға күрә ул утта яндырылһын.
10Башҡа ҡаһиндар араһынан баш ҡаһин итеп бағышланып башына мәсех майы һөртөлгән, изге кейемдәр кейеп йөрөгән кеше ҡайғы билдәһе итеп сәсен туҙҙырмаһын, кейемен йыртҡыламаһын. 11-12Мәйет янына барыу өсөн ул Изге сатырҙы ҡалдырып Аллаһының Изге торлағын хурламаһын: хатта атаһы менән әсәһе үлгән осраҡта ла ул үҙен нәжесләргә тейеш түгел, сөнки ул Аллаһының мәсех майы менән изгеләндерелгән. Мин – Раббы. 13Баш ҡаһин бары тик ғиффәтле ҡыҙға ғына өйләнһен. 14Ул тол йәки ире ташлаған ҡатынға, үҙен фәхешлек менән нәжесләгән ҡатынға өйләнмәһен, үҙ халҡынан саф ҡыҙ алһын. 15Ул үҙенең халҡы араһында балаларын хурлыҡҡа ҡалдырырға тейеш түгел. Уны изге ҡылыусы Раббы Мин.
16Раббы Мусаға былай тине:
17– Һарунға әйт: «Тоҡомоңдан зәғифлеге булған кеше Аллаһына ризыҡ тәҡдим итер өсөн һис ҡасан Уның хозурына яҡынламаһын. 18Тәнендә кәмселеге булған бер кеше лә: һуҡыр, аҡһаҡ, йөҙө зәғиф, бер аяғы йәки ҡулы оҙонораҡ булған, 19аяғы-ҡулы һынған, 20көмрө, кәрлә, күҙенә аҡ төшкән, ҡутырлы, тимерәүле, енес ағзаһы зәғифләнгән – 21Һарун ҡаһиндың тоҡомонан тәнендә кәмселеге булған бер кем дә Раббыға бағышланған ут ҡорбанын килтереү өсөн Уның хозурына яҡынламаһын. Уның тәнендә кәмселеге бар, шуға күрә Аллаһына ризыҡ һонор өсөн яҡынламаһын. 22Бындай кеше Алланың ризығы – Уға килтерелгән изгеләрҙән-изге һәм изге саҙаҡаларҙы ашай ала, 23әммә пәрҙәгә һәм ҡорбан усағына яҡынламаһын, сөнки кәмселеге бар. Ул Изге торлағымды хурламаһын, сөнки уларҙы изге иткән Раббы Мин».
24Муса быларҙы Һарун менән улдарына һәм бөтә Исраил халҡына иғлан итте.

वर्तमान में चयनित:

Левиҙәр 21: БашИЯ2023

हाइलाइट

शेयर

कॉपी

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in