Левиҙәр 16

16
Гонаһтарҙан пакланыу көнө
1Һарундың ике улы Раббы хозурына яҡынлашып үлгәндән һуң, Раббы Мусаға былай тине:
2– Ағайың Һарунға әйт, пәрҙә артындағы Иң мөҡәддәс урынға теләһә ҡайһы ваҡытта инмәһен, Изге һандыҡ өҫтөндәге ҡапҡасҡа яҡынламаһын, юғиһә үлер. Мин бит ҡапҡас өҫтөндә, болот эсендә пәйҙә булырмын. 3Шуға күрә Һарун Иң мөҡәддәс урынға кергәндә гонаһ ҡорбаны итеп бер башмаҡ, тотош яндырыуға һарыҡ тәкәһе килтерергә тейеш. 4Изге етен күлдәк, етен ыштан кейһен, биленә етен билбау быуһын, етен сәллә ураһын. Был – изге кейемдәр, шуның өсөн, уларҙы кейгәнгә тиклем, йыуынһын.
5Һарун Исраил халҡы йәмғиәтенән гонаһ ҡорбаны итеп ике кәзә тәкәһе, тотош яндырыуға бер һарыҡ тәкәһе алһын.
6Үҙе һәм ғаиләһе гонаһтан пакланһын өсөн ул гонаһ ҡорбаны итеп үгеҙ башмаҡ тәҡдим итһен. 7Шунан ике кәзә тәкәһен Раббы хозурына, Осрашыу сатыры ауыҙына алып килһен дә 8йәрәбә һалһын: тәкәләрҙең береһе – Раббы, икенсеһе Ғазазел өсөн#16:8 Ғазазел – был боронғо йәһүд һүҙенең мәғәнәһе билдәле түгел. Уның сүл пәрейе атамаһы булыуы ихтимал. булыр. 9Йәрәбә буйынса Раббыға сыҡҡан тәкәне Һарун гонаһ ҡорбаны итеп тәҡдим итһен. 10Ә йәрәбә буйынса Ғазазелгә сыҡҡан тәкәне тере килеш Раббы хозурына килтерһен. Был кәзә тәкәһе халыҡтың гонаһтарын паклар өсөн сүлгә, Ғазазелгә ебәрелһен.
11Һарун үҙен һәм ғаиләһен гонаһтан паклау өсөн, үгеҙ башмаҡты һуйып, гонаһ ҡорбаны килтерһен. Башмаҡты салғандан һуң 12Раббы ҡаршыһындағы ҡорбан усағынан төтәҫләгескә ҡуҙ тултырһын, яҡшылап төйөлгән һумала-майҙарҙы ҡуш услап алһын һәм пәрҙә артына индерһен. 13Һарун һумала-майҙарҙы Раббы ҡаршыһында ҡуҙға һалһын һәм хуш еҫле төтөн болото Килешеү һандығының ҡапҡасын ҡаплар. Шул саҡта Һарун үлмәҫ. 14Бынан һуң Һарун башмаҡтың ҡанын алһын, бармағын уға манып, ҡапҡастың алдына һирпһен, шунан ҡапҡастың ҡаршыһында бармағы менән ете тапҡыр сәсрәтһен.
15Унан һуң, халыҡтың гонаһ ҡорбаны булараҡ, кәзә тәкәһен салһын. Уның ҡанын пәрҙә эсенә алып инһен. Тәкәнең ҡанын да, башмаҡтыҡы кеүек үк, ҡапҡастың өҫтөнә һәм алғы яғына һирпһен. 16Шул рәүешле Иң мөҡәддәс урынды Исраил халҡының нәжестәренән, енәйәттәренән – барлыҡ гонаһтарынан паклар. Улар араһында, уларҙың нәжеслеге араһында торған Осрашыу сатыры менән дә шулай эшләһен. 17Һарун гонаһтан паклау йолаһын башҡарыу өсөн Иң мөҡәддәс урынға ингәндән алып сыҡҡанға тиклем Осрашыу сатырында бер кем дә булмаһын. Үҙен, ғаиләһен һәм бөтә Исраил халҡын гонаһтарынан паклағандан һуң, 18Һарун Раббы хозурындағы ҡорбан усағы янына сығып, уны паклау йолаһын башҡарыр, башмаҡ менән кәзә тәкәһенең ҡанын алып, усаҡтың бөтә мөгөҙҙәренә һөртөр. 19Бармағын ҡанға манып ете тапҡыр ҡорбан усағының өҫтөнә һирпер. Шул рәүешле уны Исраил халҡының нәжеслегенән таҙартыр һәм изге ҡылыр.
20Һарун Иң мөҡәддәс урынды, Осрашыу сатырын, ҡорбан усағын паклау йолаһын башҡарғандан һуң, тере тәкәне килтерһен. 21Ике ҡулын тәкәнең башына ҡуйһын һәм Исраил халҡының бөтә ғәйептәрен, енәйәттәрен – барлыҡ гонаһтарын танып һөйләһен дә, шул гонаһтарҙы тәкәнең башына йөкмәһен. Шунан был эш өсөн тәғәйенләнгән берәй кеше оҙатыуында тәкәне сүлгә ебәрер. 22Тәкә уларҙың ғәйептәрен үҙенең өҫтөндә кешеһеҙ ерҙәргә алып китер.
Оҙатып барған кеше тәкәне сүлгә ебәргәндән һуң, 23Һарун Осрашыу сатырына кереп, Иң мөҡәддәс урынға ингәндә кейгән етен кейемдәрен сисһен һәм уларҙы шул ерҙә ҡалдырһын. 24Изге урында йыуынып, көндәлек ҡаһин кейемдәрен кейһен. Шунан һуң сығып үҙенең һәм халыҡтың тотош яндырыу ҡорбандарын ғәмәл ҡылһын, шул рәүешле үҙе һәм халыҡ өсөн пакланыу йолаһын башҡарһын. 25Гонаһ ҡорбанының эс майын ҡорбан усағында яндырһын.
26Кәзә тәкәһен Ғазазелгә оҙатҡан кеше кейемен йыуып, үҙе йыуынғас, тупламға инә ала. 27Иң мөҡәддәс урынды паклау йолаһын башҡарыу өсөн ҡандары эскә индерелгән гонаһ ҡорбаны башмағы менән тәкәһе тупламдан ситкә сығарылһын. Улар тиреләре, ите, эсәк-ҡарындары менән бергә тотош яндырылһын. 28Уларҙы яндырған кеше кейемен һәм тәнен йыуырға тейеш, шунан һуң ул тупламға инә ала.
29Бына былар һеҙҙең өсөн мәңгелек ҡағиҙә: етенсе айҙың унынсы көнөндә бөтә нәмәнән дә тыйылығыҙ, ерле халыҡ та, арағыҙҙа төйәкләнгән килмешәктәр ҙә бер нәмә лә эшләмәгеҙ. 30Был көндө һеҙҙең өсөн паклау йолаһы башҡарыласаҡ һәм һеҙ бөтә гонаһтарығыҙҙан таҙарынырһығыҙ, Раббы ҡаршыһында таҙа булырһығыҙ. 31Был һеҙҙең өсөн шәмбе кеүек тулыһынса ял көнө. Үҙегеҙҙе бөтә нәмәнән дә тыйығыҙ. Был – мәңгелек ҡағиҙә.
32Пакландырыу йолаһын мәсехләнгән һәм атаһының урынына бағышланған ҡаһин башҡарыр. Ул етен кейемдәрен – изге кейемдәрҙе кейер һәм 33Иң мөҡәддәс урын, Осрашыу сатыры, ҡорбан усағы өсөн паклау йолаһын башҡарыр, шулай уҡ был йола менән ҡаһиндарҙы һәм барса халыҡты пакландырыр. 34Был һеҙҙең өсөн мәңгелек ҡағиҙә: Исраил халҡы бөтә гонаһтарынан арынһын өсөн, йылына бер тапҡыр пакландырыу йолаһы башҡарылһын.
Раббы Мусаға нисек бойорған булһа, Һарун барыһын да шулай эшләне.

वर्तमान में चयनित:

Левиҙәр 16: БашИЯ2023

हाइलाइट

शेयर

कॉपी

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in