Левиҙәр 15
15
Ағынтының нәжеслеге тураһында ҡанун
1Раббы Муса менән Һарунға былай тине:
2– Исраил халҡына әйтегеҙ, иғлан итегеҙ уларға: әгәр кешенең ирлек ағзаһынан ағынтыһы булһа, ул шуның арҡаһында нәжес булыр. 3Ағынты аҡһа ла, йыйылып торһа ла, был кеше нәжес була. Был – уның нәжесе. 4Ағынтыһы булған кеше ятҡан түшәк, ултырған әйбер – бөтәһе лә нәжес һаналыр. 5Уның түшәгенә ҡағылған кеше кейемен йыуырға һәм йыуынырға тейеш. Ул кискә тиклем нәжес һаналыр. 6Ағынтылы әҙәмдең урынына ултырған кеше лә кейемен йыуырға һәм йыуынырға тейеш. Ул кискә тиклем нәжес һаналыр. 7Ағынтыһы булған кешегә ҡағылған һәр кем кейемен йыуһын, йыуынһын һәм кискә тиклем нәжес һаналыр. 8Ағынтыһы булған әҙәм таҙа кешегә төкөрһә, тегеһе кейемен йыуһын, йыуынһын һәм кискә тиклем нәжес һаналыр. 9Ағынтыһы булған әҙәм ултырып йөрөгән нәмә нәжес һаналыр. 10Ул ултырған йәки ятҡан һәр нәмәгә ҡағылған кеше кискә тиклем нәжес һаналыр. Был әйберҙәрҙе ташыған һәр кем кейемен йыуһын, йыуынһын һәм кискә тиклем нәжес һаналыр. 11Ағынтыһы булған әҙәм ҡулын йыумайынса ҡағылған һәр кем кейемен йыуһын, йыуынһын һәм кискә тиклем нәжес һаналыр. 12Ағынтылы әҙәм ҡағылған балсыҡ һауытты ватырға, ағас һауытты һыуҙа йыуырға кәрәк.
13Әгәр ағынтыһы туҡтаһа, ул үҙенә таҙарыныу өсөн ете көн иҫәпләһен. Унан кейемен йыуыр, йыуыныр һәм таҙа һаналыр. 14Һигеҙенсе көндө, ике алатуба йәки ике күгәрсен балаһы алып, Раббы хозурына, Осрашыу сатыры ауыҙына килһен һәм уларҙы ҡаһинға бирһен. 15Ҡаһин береһен гонаһ ҡорбаны, икенсеһен тотош яндырыу ҡорбаны итеп салыр һәм ағынтыһы булған кешене Раббы ҡаршыһында паклау йолаһын башҡарыр.
16Әгәр ҙә кемдең дә булһа мәнейе аҡһа, бөтә тәнен йыуһын, шунан кискә тиклем нәжес һаналыр. 17Мәней тейгән һәр туҡыма йәки күн кейем йыуылһын. Кискә саҡлы ул әйбер нәжес һаналыр. 18Ир ҡатын менән ятһа һәм мәнейе аҡһа, икеһе лә йыуынһын. Улар кискә тиклем нәжес һаналыр.
19Күрем ҡаны аҡҡанда, ҡатын ете көн буйы нәжес булыр. Уға ҡағылған һәр кем кискә тиклем нәжес һаналыр. 20Күрем көндәрендә ятҡан түшәге лә, ултырған урыны ла нәжесләнер. 21Уның түшәгенә ҡағылған һәр кем кейемен йыуһын, йыуынһын һәм кискә тиклем нәжес һаналыр. 22Бындай ҡатын ултырған һәр нәмәгә ҡағылған кеше кейемен йыуһын һәм йыуынһын һәм кискә тиклем нәжес һаналыр. 23Ул ҡатындың түшәгендәге йәки ултырған урынындағы берәй әйбергә тейгән һәр кем кискә тиклем нәжес һаналыр. 24Әгәр ҙә ире уның менән йоҡлаһа, ҡатынының нәжесе уға ла күсә. Был кеше ете көн нәжес булыр, ятҡан түшәге лә нәжес һаналыр.
25Әгәр берәй ҡатындың ғәҙәттәге күрем ваҡытынан тыш ҡаны килеп торһа йәки күреме бөткәндән һуң да ҡан килеүе оҙаҡ көндәр буйы дауам итһә, ул ҡатын күрем ваҡытындағы кеүек нәжес булыр. 26Ҡаны аҡҡан көндәрҙә ятҡан түшәге, ултырған урыны күрем ваҡытындағы кеүек үк нәжес һаналыр. 27Уларға ҡағылған һәр кем нәжес һаналыр. Был кеше кейемен йыуһын, йыуынһын һәм кискә тиклем нәжес һаналыр. 28Ә ҡаны ағыуҙан туҡтағас, ҡатын ете көн иҫәпләһен, шунан һуң таҙа һаналыр. 29Һигеҙенсе көндө ике алатуба йәки ике күгәрсен балаһы алып, уларҙы Осрашыу сатыры ауыҙына килтерһен һәм ҡаһинға бирһен. 30Ҡаһин береһен гонаһ ҡорбаны, икенсеһен тотош яндырыу ҡорбаны итеп салһын. Шул рәүешле ҡаһин Раббы хозурында был ҡатынды ҡан ағыу нәжеслегенән пакландырыр.
31Исраил халҡы араһындағы торлағымды нәжесләп һәләк булмаһындар өсөн, исраилдарҙы нәжестән һаҡлағыҙ.
32-33Ағынтыһы булған йәки мәнейе ағып нәжесләнгән ир-ат, күрем күргән ҡатын-ҡыҙ, ағынтыһы килгән ир-ат йәки ҡатын-ҡыҙ, нәжес һаналған ҡатын менән яҡынлыҡ ҡылған ир кеше тураһындағы ҡанун был.
वर्तमान में चयनित:
Левиҙәр 15: БашИЯ2023
हाइलाइट
शेयर
कॉपी

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

: