Левиҙәр 12
12
Бала тапҡан ҡатындың пакланыуы
1Раббы Мусаға былай тине:
2– Исраил халҡына иғлан ит: әгәр бер ҡатын ауырға ҡалып, ир бала тапһа, ете көн буйы күрем ваҡытындағы һымаҡ нәжес һаналыр. 3Сабый һигеҙенсе көндә сөннәткә ултыртылһын. 4Ҡатын ҡан ағыуҙан таҙарынғансы утыҙ өс көн көтһөн, пакланыу көндәре тулғанға тиклем бер ниндәй изге әйбергә лә ҡағылмаһын, Изге сатырға бармаһын. 5Әгәр ҙә ҡатын ҡыҙ бала тапһа, ике аҙна буйы күрем ваҡытындағы һымаҡ нәжес һаналыр. Ҡан ағыуҙан таҙарыныу өсөн алтмыш алты көн көтһөн.
6Ир йәки ҡыҙ бала тапҡан ҡатын, пакланыу көндәре тамамланғас, тотош яндырыу ҡорбаны өсөн һарыҡтың бер йәшлек тәкә бәрәсен, гонаһ ҡорбаны өсөн күгәрсен балаһы йәки алатуба алып, Осрашыу сатыры ауыҙына ҡаһинға килтерһен. 7Ҡаһин был ҡорбандарҙы Раббы ҡаршыһында ғәмәл ҡылһын һәм ҡатынды паклаһын; ҡатын ҡаны ағыуҙан таҙарыныр. Был – ир йәки ҡыҙ бала тапҡан ҡатындар өсөн ҡағиҙә.
8Әгәр ҙә ҡатындың һарыҡ бәрәсе ҡорбан итергә хәленән килмәһә, ике алатуба йәки ике күгәрсен балаһы алһын: береһе тотош яндырыу ҡорбанына, икенсеһе гонаһ ҡорбанына булыр. Былар менән ҡаһин ҡатынды паклар һәм ул таҙа булыр.
वर्तमान में चयनित:
Левиҙәр 12: БашИЯ2023
हाइलाइट
शेयर
कॉपी

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023