Левиҙәр 11
11
Хәләл һәм хәрәм хайуандар
1Раббы Муса менән Һарунға былай тине:
2– Исраил халҡына иғлан итегеҙ: ер өҫтөндә йәшәгән хайуандарҙан һеҙгә ашарға яраҡлы йән эйәләре түбәндәгеләр.
3Айыры тояҡлы һәм көйшәгән бөтә хайуандарҙы ла ашарһығыҙ. 4Әммә көйөшлө йәки айыры тояҡлы хайуандарҙан һеҙгә ашарға ярамай: дөйә, сөнки ул көйшәһә лә айыры тояҡлы түгел, шуға күрә лә ул һеҙҙең өсөн хәрәм; 5даман#11:5 Даман – Африкала һәм Ғәрәбстанда йәшәй торған, томшоҡлоларға яҡын булған, ҡуян ҙурлығындағы йәнлек., сөнки ул көйшәһә лә, айыры тояҡлы түгел, шуға күрә лә ул һеҙҙең өсөн хәрәм; 6ҡуян, сөнки ул көйшәһә лә, айыры тояҡлы түгел, шуға күрә лә ул һеҙҙең өсөн хәрәм; 7сусҡа, сөнки ул айыры тояҡлы булһа ла, көйшәмәй, шуға күрә лә һеҙҙең өсөн хәрәм. 8Уларҙың итен ашамағыҙ, үләкһәләренә ҡағылмағыҙ. Улар һеҙҙең өсөн хәрәм.
9Һыуҙа – диңгеҙҙәме ул, йылғаламы – йәшәгәндәрҙән йөҙгөстәре һәм тәңкәләре булғандарын ашай алаһығыҙ. 10Әммә диңгеҙҙәге һәм йылғаларҙағы йөҙгөстәре менән тәңкәләре булмаған мыжғып йөрөгән һәм башҡа йән эйәләре һеҙҙең өсөн ерәнгес булһын. 11Улар хәрәм һеҙҙең өсөн – итен ашамағыҙ, үләкһәләренән ерәнегеҙ. 12Һыуҙа йәшәгән йөҙгөсһөҙ һәм тәңкәһеҙ бөтә йән эйәләре һеҙҙең өсөн ерәнгес булһын.
13Ҡоштарҙың ошоларын ашарға ярамай, улар ерәнгес: бөркөт, таҙғара, диңгеҙ бөркөтө, 14төйлөгән һәм ыласындың бөтә төрҙәре, 15ҡоҙғондоң бөтә төрҙәре, 16дөйәғош, ябалаҡ, аҡсарлаҡ һәм ҡарсығаның бөтә төрҙәре, 17бәләкәй ябалаҡ, диңгеҙ ҡоҙғоно, өкө, 18ибис, берғаҙан, сип, 19ҡауҙы, селәндең бөтә төрҙәре, һөҙһөт һәм ваҡ ярғанат.
20Дүрт аяҡта йөрөгән һәм ҡанатлы бөжәктәрҙең барыһы ла һеҙҙең өсөн ерәнгес. 21Әммә ер өҫтөнән һикереп йөрөү өсөн яйланған аяҡтары һәм ҡанаттары булған бөжәктәрҙе ашарға мөмкин. 22Улар араһынан саранча һәм уның тоҡомонан булғандарҙы, бөтә сиңерткәләрҙе ашарға ярай. 23Дүрт аяҡлы ҡалған бөтә бөжәктәр ҙә һеҙҙең өсөн ерәнгес.
24Һеҙҙе нәжесләйәсәк нәмәләр ошо. Уларҙың үләкһәһенә ҡағылған һәр кем кискә тиклем бысраҡ булыр. 25Уларҙың үләкһәһенә ҡағылған һәр кем кейемен йыуһын; кискә тиклем нәжес һаналыр.
26Айыры тояҡлы, әммә айырсаһы тәрән булмаған, көйөшһөҙ хайуандар һеҙҙең өсөн хәрәм. Уларға ҡағылған һәр кем нәжес булыр. 27Дүрт аяҡлы хайуандар араһында тәпәйлеләре һеҙҙең өсөн хәрәм. Уларҙың үләкһәһенә ҡағылған һәр кем кискә тиклем нәжес һаналһын. 28Уларҙың үләкһәһенә тотонған һәр кем кейемен йыуырға тейеш. Был хайуандар һеҙҙең өсөн хәрәм.
29Ер өҫтөндә мыжғып йөрөгән ваҡ йәнлектәр араһынан һеҙҙең өсөн нәжес булғандар ошо: һуҡыр сысҡан, сысҡан, кеҫәртке һәм уның бөтә төрҙәре: 30геккон, сыбар кеҫәртке, ябай кеҫәртке, сцинк һәм хамелеон һеҙҙең өсөн хәрәм. 31Улар һеҙҙең өсөн хәрәм. Уларҙың үләкһәһенә ҡағылған һәр кем кискә саҡлы нәжес булыр.
32Уларҙың берәйһенең үләкһәһе өҫтөнә төшкән һәр нәмә нәжес булыр: ағас һауытмы ул, кейемме, тиреме, тоҡмо – көнкүрештә ҡулланылған бөтә әйбер – нәжес һаналыр. Уларҙы һыуға һалып ҡуйығыҙ, кискә тиклем нәжес булырҙар, шунан таҙарырҙар. 33Уларҙың берәйһе ниндәй ҙә булһа балсыҡ һауыт эсенә төшһә, һауыт эсендәге әйбер нәжес һаналыр; ә һауытты ватырға кәрәк. 34Әгәр ҙә бындай һауыттағы һыу ризыҡҡа түгелһә, ул ризыҡ нәжесләнер. Ундай һауыт эсендәге бөтә эсемлек нәжес булыр. 35Уларҙың үләкһәһенең берәй нәмәһе төшкән әйбер нәжес булыр. Мейесме, усаҡмы – улар емерелергә тейеш. Сөнки улар нәжесләнде һәм һеҙҙең өсөн нәжес булыр. 36Бары тик шишмә йәки һыу һаҡлау урыны ғына таҙа ҡалыр. Был йәнлектәрҙең үләкһәһенә ҡағылған һәр кем нәжес һаналыр. 37Уларҙың үләкһәһенең бер өлөшө сәсә торған орлоҡҡа төшһә, орлоҡ таҙа ҡалыр. 38Әммә үләкһәнең берәй нәмәһе һыуға һалынған орлоҡҡа төшһә, был орлоҡ һеҙҙең өсөн нәжес булыр.
39Әгәр ҙә ашарға яраҡлы хайуандарҙың берәйһе үлһә, уның үләкһәһенә ҡағылған һәр кем кискә тиклем нәжес һаналыр. 40Хайуандың үләкһәһен ашаған кеше кейемен йыуырға тейеш. Ул кискә саҡлы нәжес булыр. Үләкһәһенә ҡағылған кеше лә кейемен йыуһын. Ул да кискә тиклем нәжес һаналыр.
41Ер өҫтөндә мыжғып йөрөгән һәр ваҡ хайуан һеҙҙең өсөн ерәнгес; уны ашарға ярамай. 42Ер өҫтөндә мыжғып йөрөгәндәрҙең – ҡорһағында шыуышҡан, дүрт аяҡта йөрөгән һәм күп аяҡлыларҙың береһен дә ашамағыҙ, сөнки улар ерәнгес. 43Шундайҙарҙы ашап, үҙегеҙҙе әшәкеләтмәгеҙ, улар арҡаһында нәжесләнмәгеҙ. 44Мин Аллағыҙ Раббымын. Үҙегеҙҙе изгеләндерегеҙ һәм изге булығыҙ, сөнки Мин изгемен. Ер өҫтөндә мыжғып йөрөгән ниндәй ҙә булһа йәнлек менән үҙегеҙҙе нәжесләмәгеҙ. 45Сөнки Аллағыҙ булыр өсөн һеҙҙе Мысырҙан алып сыҡҡан Раббы Мин. Изге булығыҙ, сөнки Мин изгемен.
46-47Һеҙ нәжесте пактан, итен ашарға ярағанын ашарға ярамағандан айыра белһен өсөн хайуандар, ҡоштар, һыуҙа йәшәгән һәм ер өҫтөндә мыжғып йөрөгән йәнлектәр хаҡындағы ҡанун бына ошо.
वर्तमान में चयनित:
Левиҙәр 11: БашИЯ2023
हाइलाइट
शेयर
कॉपी

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

: