Ғәмәлдәр 9:17-18
Ғәмәлдәр 9:17-18 BSKNT14
Анания, шул йортҡа барып, Савлға ҡулдарын ҡуйҙы. «Савл имандаш! Күҙҙәрең күрә башлаһын өсөн һәм һине Изге Рух менән һуғарырға тип Раббы – һиңә юлда күренгән Ғайса – мине яныңа ебәрҙе», – тине ул. Шунда уҡ, күҙҙәрен ҡаплап торған тәңкәләргә оҡшаған нимәлер ҡойолоп төшкәндәй, Савл тағы күрә башланы. Ул урынынан торҙо ла һыуға сумдырылыу йолаһын үтте.


