Logoja YouVersion
Ikona e kërkimit

Галаттарға 6

6
Бер-берегеҙгә ярҙамсыл булығыҙ
1Имандаштар, берәйһе ниндәйҙер гонаһ өҫтөндә тотола икән, һеҙ, кемде Алла Рухы йөрөтә, ипле генә итеп уны төҙәтегеҙ. Әммә, ҡотҡоға бирелмәҫ өсөн, һәр берегеҙ үҙ-үҙен күҙәтһен. 2Бер-берегеҙгә тормоштоң ауыр йөгөн күтәрешегеҙ – шулай итеп Мәсих ҡанунын үтәрһегеҙ. 3Әгәр ҙә кемдер, үҙе тураһында ысынына ҡарағанда юғарыраҡ фекерҙә булып, үҙен башҡаларҙан өҫтөн ҡуя икән, ул фәҡәт үҙ-үҙен алдай. 4Һәр кем үҙ эшен айыҡ баһалаһын, шул саҡта үҙен башҡалар менән сағыштырмайынса үҙ хеҙмәте менән ғорурлана алыр. 5Һәр кем үҙ төйөнсөгөн үҙе күтәрергә тейеш бит.
6Өйрәнеүсе бар булған яҡшы нәмәләрен өгөт-нәсихәт биреүсеһе менән уртаҡлашһын. 7Алданмағыҙ: Алланы алдаштырыу мөмкин түгел – кеше ни сәсһә, шуны ура. 8#Хик 22:8.Үҙенең гонаһлы тәбиғәтенә ярарға тырышып сәсеүсе – һәләкәт урыр, Рух яланында сәсеүсе Рухтан мәңгелек тормош алыр. 9Изгелек ҡылыуҙан арымайыҡ, әгәр туҡталмаһаҡ, шул саҡ уңышты ваҡытында урып алырбыҙ. 10Шуға күрә яйы сыҡҡан һайын һәр кешегә, бигерәк тә имандаштарға изгелек ҡылайыҡ.
Изге теләктәр һәм иҫкәртеүҙәр
11Күрәһегеҙме, хатымдың ҙур хәрефтәр менән яҙылған өлөшөн үҙ ҡулдарым менән яҙам. 12Тирә-яҡтағыларға тышҡы яҡтан ғына яҡшы тәьҫир ҡалдырырға теләүселәр, Мәсих арҡысағы хаҡына үҙҙәрен эҙәрлекләмәһендәр өсөн генә, һеҙҙе сөннәтле итергә тырышалар. 13Сөннәткә ултыртылғандар араһында ла ҡанунды тотмаусылар бар, әммә, һеҙҙе сөннәтләндереп, бының менән маҡтанып йөрөргә теләйҙәр. 14Ә минең Раббыбыҙ Ғайса Мәсих арҡысағынан башҡа бер ни менән дә маҡтанғым килмәй, минең өсөн был донъя шул арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланды, ә мин донъя өсөн ҡаҙаҡландым. 15Сөннәтләнеүҙең йә сөннәтләнмәүҙең бер ниндәй ҙә әһәмиәте юҡ#6:15 Ҡайһы бер боронғо ҡулъяҙмаларҙа «Сөннәтләнеүҙең йә сөннәтләнмәүҙең Ғайса Мәсихтә бер ниндәй ҙә әһәмиәте юҡ» тип бирелгән., яңы зат булып яратылыу ғына мөһим. 16Ошо ҡағиҙә буйынса йәшәгәндәргә һәм Алланың Исраил халҡына именлек һәм шәфҡәт булһын.
17Мине бер кем дә бүтәнсә бындай ҡайғыларға һалмаһын, сөнки мин тәнемдә Ғайсаға хеҙмәт итеүемдең билдәһе булған яра эҙҙәрен йөрөтәм. 18Имандаштар, Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең мәрхәмәте һеҙҙең рухығыҙ менән булһын. Амин.

Aktualisht i përzgjedhur:

Галаттарға 6: БашИЯ2023

Thekso

Ndaje

Kopjo

None

A doni që theksimet tuaja të jenë të ruajtura në të gjitha pajisjet që keni? Regjistrohu ose hyr