1
Маҫҫайос 16:24
Изге Яҙма
БашИЯ2023
Шунан Ул шәкерттәренә былай тине: – Әгәр берәй кеше Минең артымдан барырға теләһә, шул үҙ-үҙенән ваз кисһен һәм, арҡысағын йөкмәп, Миңә эйәрһен.
සසඳන්න
Маҫҫайос 16:24 ගවේෂණය කරන්න
2
Маҫҫайос 16:18
Шуға күрә Мин һиңә әйтәм: һин – Петрус һәм Мин был ҡаяла Үҙемдең имандаштар берҙәмлеген төҙөйәсәкмен. Уны үлеләр донъяһының көстәре еңә алмаҫ.
Маҫҫайос 16:18 ගවේෂණය කරන්න
3
Маҫҫайос 16:19
Мин һиңә Күктәр Батшалығының асҡыстарын бирермен. Ерҙә һин нимәне тыйһаң, шуны күктә Алла тыясаҡ. Ерҙә һин нимәне рөхсәт итһәң, шуны күктә Алла рөхсәт итәсәк.
Маҫҫайос 16:19 ගවේෂණය කරන්න
4
Маҫҫайос 16:25
Кем үҙенең йәнен һаҡлап ҡалырға теләй, уны юғалтыр. Кем Минең хаҡыма үҙенең йәнен юғалта, ул уны алып ҡалыр.
Маҫҫайос 16:25 ගවේෂණය කරන්න
5
Маҫҫайос 16:26
Әгәр кеше бөтөн донъяны ҡаҙанып та, йәнен һәләк итһә, бынан уға ни файҙа? Йәнен ҡайтарып алыр өсөн ул нимә түләй ала?
Маҫҫайос 16:26 ගවේෂණය කරන්න
6
Маҫҫайос 16:15-16
– Ә һеҙ Мине кем тип иҫәпләйһегеҙ? – Һин – Мәсих, тере Алланың Улы, – тип яуап бирҙе Шимғон Петрус.
Маҫҫайос 16:15-16 ගවේෂණය කරන්න
7
Маҫҫайос 16:17
– Йона улы Шимғон, һин бәхетле, сөнки быны һиңә кеше түгел, ә Минең күктәге Атам асып бирҙе, – тине Ғайса.
Маҫҫайос 16:17 ගවේෂණය කරන්න
නිවස
බයිබලය
සැලසුම්
වීඩියෝ