1
І Яхъя 4:18
Изге Яҙма
БашИЯ2023
Мөхәббәттә ҡурҡыу юҡ, камил мөхәббәт ҡурҡыуҙы ҡыуа. Ҡурҡыу яза менән бәйле, һәм кем ҡурҡа, ул мөхәббәттә камиллыҡҡа өлгәшмәгән әле.
සසඳන්න
І Яхъя 4:18 ගවේෂණය කරන්න
2
І Яхъя 4:4
Һеҙ, балаларым, – Алланан, һәм һеҙ ялған пәйғәмбәрҙәрҙе еңдегеҙ, сөнки һеҙҙә Булған донъяла булғандан өҫтөн.
І Яхъя 4:4 ගවේෂණය කරන්න
3
І Яхъя 4:19
Беҙ яратабыҙ, сөнки беренсе булып беҙҙе Алла яратты.
І Яхъя 4:19 ගවේෂණය කරන්න
4
І Яхъя 4:7
Һөйөклөләрем! Бер-беребеҙҙе яратайыҡ, сөнки мөхәббәт – Алланан. Һәр яратҡан кеше Алланан тыуған һәм Алланы танып белә.
І Яхъя 4:7 ගවේෂණය කරන්න
5
І Яхъя 4:8
Яратмаған әҙәм Алланы танып белмәй, сөнки Алла – мөхәббәт ул.
І Яхъя 4:8 ගවේෂණය කරන්න
6
І Яхъя 4:10
Мөхәббәт шунан ғибәрәт: ул – беҙҙең Алланы яратыуыбыҙҙа түгел, ә Уның беҙҙе яратыуында һәм, гонаһтарыбыҙ ярлыҡанһын өсөн, ҡорбан итеп Үҙенең Улын ебәреүендә.
І Яхъя 4:10 ගවේෂණය කරන්න
7
І Яхъя 4:11
Һөйөклөләрем, Алла беҙҙе шулай яратҡанға күрә беҙгә лә бер-беребеҙҙе яратырға кәрәк.
І Яхъя 4:11 ගවේෂණය කරන්න
8
І Яхъя 4:9
Алла беҙгә һөйөүен бына нисек күрһәтте: Ул Үҙенең берҙән-бер Улын, Уның аша беҙгә йәшәү бирер өсөн, донъяға ебәрҙе.
І Яхъя 4:9 ගවේෂණය කරන්න
9
І Яхъя 4:20
Әгәр берәү: «Мин Алланы яратам», – тиһә, ә үҙе имандашын күрә алмаһа, ул – ялғансы. Үҙе күреп торған имандашын яратмаған кеше күрмәгән Алланы ярата алмай.
І Яхъя 4:20 ගවේෂණය කරන්න
10
І Яхъя 4:15
Кем дә кем Ғайсаның Алла Улы булыуын таный, ул кешелә Алла бар һәм ул үҙе лә – Аллала.
І Яхъя 4:15 ගවේෂණය කරන්න
11
І Яхъя 4:21
Алла беҙгә: «Алланы яратҡан кеше үҙенең туғанын да яратһын», – тип бойорҙо.
І Яхъя 4:21 ගවේෂණය කරන්න
12
І Яхъя 4:1-2
Һөйөклөләрем! Рухтарҙың һәр береһенә ышанмағыҙ, уларҙың ысынлап та Аллананмы икәнлеген һынап ҡарағыҙ, сөнки донъяла ялған пәйғәмбәрҙәр бик күп. Алла Рухын һеҙ былай танырһығыҙ: Ғайса Мәсихтең донъяға кеше тәнендә килгәнен ҡабул иткән һәр рух Алланан була.
І Яхъя 4:1-2 ගවේෂණය කරන්න
13
І Яхъя 4:3
Ғайсаны танып белмәгән бер рух та Алланан түгел, ул – Мәсих дошманының рухы, һеҙ уның килере тураһында ишеткәйнегеҙ, һәм ул хәҙер донъяла инде.
І Яхъя 4:3 ගවේෂණය කරන්න
නිවස
බයිබලය
සැලසුම්
වීඩියෝ