Маҫҫайос 6:19-21
Маҫҫайос 6:19-21 БАШИЯ2023
Был донъяла үҙегеҙгә байлыҡ йыймағыҙ. Бында уны көйә ҡырҡа, тут баҫа, ҡараҡтар төшөп урлай. Һеҙ хазинаны күктә йыйығыҙ: унда көйә лә ҡырҡмай, тут та баҫмай, ҡараҡтар ҙа төшөп урламай. Хазинаң ҡайҙа була, күңелең дә шунда була бит.