Маҫҫайос 2:1-2
Маҫҫайос 2:1-2 БАШИЯ2023
Ғайса Йәһүҙиә ерендәге Бейт-Ләхәм ҡалаһында Һируд батша идара иткән заманда тыуҙы. Ошо мәлдәрҙә көнсығыштан Йәрүсәлимгә аҡыл эйәләре килде. – Йәһүдтәрҙең яңы тыуған Батшаһы ҡайҙа? – тип һораны улар халыҡтан. – Беҙ көнсығышта Уның йондоҙо ҡалҡҡанын күрҙек, әле Уға сәждә ҡылып хөрмәт күрһәтергә килдек.