1
Маркус 11:24
Изге Яҙма
БашИЯ2023
Шуға күрә һеҙгә әйтәм: доға ҡылғанда ни һораһағыҙ ҙа, алдым, тип ышанығыҙ – һәм һеҙгә бирелер.
Compare
Маркус 11:24ਪੜਚੋਲ ਕਰੋ
2
Маркус 11:23
Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: әгәр ҙә кемдер бынау тауға: «Күтәрелеп, диңгеҙгә ташлан!» – тип әйтһә һәм күңеленән һүҙенең үтәләсәгенә икеләнеүһеҙ ышанһа, теләге бойомға ашасаҡ.
Маркус 11:23ਪੜਚੋਲ ਕਰੋ
3
Маркус 11:25-26
Доға ҡылып торған саҡта, берәйһенә ҡарата үпкәгеҙ булһа, уны ғәфү итегеҙ. Шул ваҡытта күктәге Атағыҙ ҙа һеҙҙең насар ғәмәлдәрегеҙҙе ярлыҡар.
Маркус 11:25-26ਪੜਚੋਲ ਕਰੋ
4
Маркус 11:22
Ғайса уларға былай яуап бирҙе: – Аллаға ышанысығыҙ булһын!
Маркус 11:22ਪੜਚੋਲ ਕਰੋ
5
Маркус 11:17
Ғайса уларҙы аң-белемгә өйрәтеп: – Изге Яҙмала: «Минең Йортом бар халыҡтар өсөн доға ҡылыу йорто тип аталыр», – тип әйтелмәгәнме ни? Ә һеҙ уны юлбаҫарҙар ояһына әйләндергәнһегеҙ! – тине.
Маркус 11:17ਪੜਚੋਲ ਕਰੋ
6
Маркус 11:9
Алдан барыусылар ҙа, Уның артынан килеүселәр ҙә: – Һосанна! Раббы исеме менән Килеүсе мөбәрәк булһын!
Маркус 11:9ਪੜਚੋਲ ਕਰੋ
7
Маркус 11:10
Атабыҙ Дауыттың яҡынлашып килгән батшалығы мөбәрәк булһын! Бейек күктәрҙә һосанна! – тип ҡысҡырҙылар.
Маркус 11:10ਪੜਚੋਲ ਕਰੋ
Home
ਬਾਈਬਲ
Plans
ਵੀਡੀਓ