1
Маҫҫайос 7:7
Изге Яҙма
БашИЯ2023
Һорағыҙ – һеҙгә бирелер; эҙләгеҙ – табырһығыҙ; шаҡығыҙ – һеҙгә асырҙар.
Compare
Маҫҫайос 7:7ਪੜਚੋਲ ਕਰੋ
2
Маҫҫайос 7:8
Сөнки һәр һораған кеше ала, эҙләгән таба һәм шаҡығанға асалар.
Маҫҫайос 7:8ਪੜਚੋਲ ਕਰੋ
3
Маҫҫайос 7:24
Шуға күрә был һүҙҙәремде ишетеп, уларҙы үтәгән һәр кем үҙенең йортон таш өҫтөндә төҙөгән аҡыллы кешегә оҡшар.
Маҫҫайос 7:24ਪੜਚੋਲ ਕਰੋ
4
Маҫҫайос 7:12
Бүтәндәрҙең һеҙгә нимә эшләүен теләһәгеҙ, үҙегеҙ ҙә уларға шуны эшләгеҙ. Ҡанундың һәм пәйғәмбәрҙәр яҙмаларының асылы шул.
Маҫҫайос 7:12ਪੜਚੋਲ ਕਰੋ
5
Маҫҫайос 7:14
Ә тормош ҡапҡаһы тар һәм унда илтеүсе юл ҡыҫынҡы. Уны аҙҙар ғына таба.
Маҫҫайос 7:14ਪੜਚੋਲ ਕਰੋ
6
Маҫҫайос 7:13
Тар ҡапҡанан инегеҙ! Һәләкәткә алып барған ҡапҡа киң һәм юлы иркен. Күптәр шул ҡапҡанан инә лә инде.
Маҫҫайос 7:13ਪੜਚੋਲ ਕਰੋ
7
Маҫҫайос 7:11
Шулай булғас, һеҙ үҙегеҙ яман була тороп та, балаларығыҙға яҡшылыҡ өләшә беләһегеҙ икән, күктәге Атағыҙ Үҙенән һорағандарға яҡшы нәмәләрҙе һис шикһеҙ бирәсәк.
Маҫҫайос 7:11ਪੜਚੋਲ ਕਰੋ
8
Маҫҫайос 7:1-2
Хөкөм итмәгеҙ, үҙегеҙ ҙә хөкөм ителмәҫһегеҙ, сөнки хөкөм итһәгеҙ, һеҙҙе лә шулай хөкөм итерҙәр; ниндәй үлсәм менән үлсәһәгеҙ, һеҙгә лә шундай үлсәм менән үлсәп бирелер.
Маҫҫайос 7:1-2ਪੜਚੋਲ ਕਰੋ
9
Маҫҫайос 7:26
Ә инде был һүҙҙәремде ишетеп тә, уларҙы үтәмәгән һәр кем үҙенең йортон ҡом өҫтөнә төҙөгән аҡылһыҙ кешегә оҡшар.
Маҫҫайос 7:26ਪੜਚੋਲ ਕਰੋ
10
Маҫҫайос 7:3-4
Нисек һин туғаныңдың күҙендәге сүпте күрәһең, ә үҙ күҙеңдәге бүрәнәне тоймайһың? Үҙ күҙеңдә бүрәнә булғанда, туғаныңа: «Күҙеңдәге сүпте алайым әле», – тип нисек әйтә алаһың?
Маҫҫайос 7:3-4ਪੜਚੋਲ ਕਰੋ
11
Маҫҫайос 7:15-16
Ялған пәйғәмбәрҙәрҙән һаҡланығыҙ: улар янығыҙға һарыҡ тиреһе ябынып килер, ә асылда йыртҡыс бүреләр улар. Һеҙ уларҙы ҡылған ғәмәлдәренә ҡарап танырһығыҙ. Сәнскәктән – йөҙөм, билсәндән инжир йыялармы ни?
Маҫҫайос 7:15-16ਪੜਚੋਲ ਕਰੋ
12
Маҫҫайос 7:17
Бына шулай, яҡшы ағас яҡшы емеш бирә, ә насар ағас насар емеш бирә.
Маҫҫайос 7:17ਪੜਚੋਲ ਕਰੋ
13
Маҫҫайос 7:18
Яҡшы ағас насар емеш бирмәй, насар ағас яҡшы емеш бирмәй.
Маҫҫайос 7:18ਪੜਚੋਲ ਕਰੋ
14
Маҫҫайос 7:19
Яҡшы емеш бирмәй торған һәр ағасты ҡырҡып утҡа ташлайҙар.
Маҫҫайос 7:19ਪੜਚੋਲ ਕਰੋ
Home
ਬਾਈਬਲ
Plans
ਵੀਡੀਓ