1
Сығыу 5:1
Изге Яҙма
БашИЯ2023
Бынан һуң Муса менән Һарун, фирғәүенгә барып, былай тине: – Исраил Аллаһы Раббы һиңә: «Халҡымды ебәр – сүлдә Минең өсөн байрам яһаһын!» – тип әйтә.
ႏွိုင္းယွဥ္
Сығыу 5:1ရွာေဖြေလ့လာလိုက္ပါ။
2
Сығыу 5:23
Мин, фирғәүенгә килеп, Һинең исемеңдән телмәр тота башлағандан бирле, ул был халыҡҡа нығыраҡ ҡаныға. Һин иһә Үҙ халҡыңды ҡотҡарыр өсөн бер нәмә лә эшләмәнең.
Сығыу 5:23ရွာေဖြေလ့လာလိုက္ပါ။
3
Сығыу 5:22
Муса ҡабат Раббыға мөрәжәғәт итте: – Эй бөйөк Хакимым! Ниңә Һин был халыҡты шул тиклем ғазапҡа дусар итәһең, ниңә мине бында ебәрҙең?
Сығыу 5:22ရွာေဖြေလ့လာလိုက္ပါ။
4
Сығыу 5:2
Әммә фирғәүен: – Уны тыңлап, Исраил халҡын сығарып ебәрергә, кем һуң ул Раббы? Мин ул Раббыны белмәйем һәм Исраил халҡын ебәрмәйем, – тип яуапланы.
Сығыу 5:2ရွာေဖြေလ့လာလိုက္ပါ။
5
Сығыу 5:8-9
Ә кирбесте әүәлге күләмдә һуҡһындар – кәметмәгеҙ. Юҡһа улар ялҡауланды, шуға күрә «барып Аллабыҙға ҡорбан килтерәбеҙ» тип сүлгә ебәреүемде талап итәләр. Күберәк эш бирегеҙ – эшләһендәр, буш һүҙ тыңлап йөрөмәһендәр.
Сығыу 5:8-9ရွာေဖြေလ့လာလိုက္ပါ။
ပင္မစာမ်က္ႏွာ
သမၼာက်မ္းစာ
အစီအစဥ္မ်ား
ဗီဒီယိုမ်ား