1
Марк 9:23
Инжил
BskNT14
– Һин: «Ҡулыңдан килһә», – тиһеңме? Ышанысы булған кешегә барыһы ла мөмкин, – тине Ғайса.
ႏွိုင္းယွဥ္
Марк 9:23ရွာေဖြေလ့လာလိုက္ပါ။
2
Марк 9:24
Малайҙың атаһы шунда уҡ ҡысҡырып ебәрҙе: – Ышанам! Әммә ышанысым аҙ, уны нығытырға ярҙам ит миңә!
Марк 9:24ရွာေဖြေလ့လာလိုက္ပါ။
3
Марк 9:28-29
Өйгә инеп, шәкерттәре Ғайса менән генә ҡалғас: – Ни өсөн беҙ уны ҡыуып сығара алманыҡ икән? – тип һоранылар. – Бындай ендәрҙе бүтән бер нисек тә түгел, бары тик доға менән генә ҡыуып сығарып була, – тине Ғайса.
Марк 9:28-29ရွာေဖြေလ့လာလိုက္ပါ။
4
Марк 9:50
Тоҙ – яҡшы нәмә, ә тоҙ тоҙһоҙланһа, уның тәмен нисек ҡайтарырһығыҙ? Тоҙ һеҙҙең үҙегеҙҙә булһын һәм бер-берегеҙ менән татыу булығыҙ.
Марк 9:50ရွာေဖြေလ့လာလိုက္ပါ။
5
Марк 9:37
– Ошондай балаларҙың береһен Минең хаҡыма ҡабул иткән кеше Мине ҡабул итә. Ә Мине ҡабул иткән кеше Мине түгел, ә Мине Ебәреүсене ҡабул итә, – тине.
Марк 9:37ရွာေဖြေလ့လာလိုက္ပါ။
6
Марк 9:41
Кем Мәсихтеке булыуығыҙ өсөн һеҙгә бер сынаяҡ һыу эсерә, хаҡ һүҙ әйтәм: шул үҙ әжеренән мәхрүм ҡалмаясаҡ.
Марк 9:41ရွာေဖြေလ့လာလိုက္ပါ။
7
Марк 9:42
Әммә Миңә ышанған бынау түбән заттарҙың берәйһен дөрөҫ юлдан яҙҙырған кешене, муйынына тирмән ташы аҫып диңгеҙгә ташлаһалар, уның өсөн хәйерлерәк булыр ине.
Марк 9:42ရွာေဖြေလ့လာလိုက္ပါ။
8
Марк 9:47
Әгәр ҙә күҙең гонаһҡа ҡотортһа, уны һурып ырғыт! Ике күҙең менән йәһәннәмгә ташланыуға ҡарағанда, һыңар күҙле килеш Алла Батшалығына инеү һинең өсөн хәйерлерәк.
Марк 9:47ရွာေဖြေလ့လာလိုက္ပါ။
ပင္မစာမ်က္ႏွာ
သမၼာက်မ္းစာ
အစီအစဥ္မ်ား
ဗီဒီယိုမ်ား