1
Матфей 25:40
Инжил
BskNT14
Батша уларға яуабында: «Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Минең иң түбән туғандарымдың береһенә генә лә нимә эшләгән булһағыҙ, шуны Миңә эшләгәнһегеҙ», – тиер.
ႏွိုင္းယွဥ္
Матфей 25:40ရွာေဖြေလ့လာလိုက္ပါ။
2
Матфей 25:21
Хужаһы уға: «Яҡшы иткәнһең, һин – һәйбәт һәм ышаныслы хеҙмәтсе. Кескәй эштә һин ышаныслы булдың, хәҙер инде мин һиңә ҙурырағын йөкләрмен. Килеп, хужаңдың шатлығын уртаҡлаш», – тигән.
Матфей 25:21ရွာေဖြေလ့လာလိုက္ပါ။
3
Матфей 25:29
Сөнки кемдең бар, шуға бирелер, һәм уныҡы мул булыр, ә кемдең юҡ, унан булғаны ла тартып алыныр.
Матфей 25:29ရွာေဖြေလ့လာလိုက္ပါ။
4
Матфей 25:13
Шуға күрә уяу булығыҙ: һеҙ бит көнөн дә, сәғәтен дә белмәйһегеҙ.
Матфей 25:13ရွာေဖြေလ့လာလိုက္ပါ။
5
Матфей 25:35
Сөнки ас инем, Мине ашаттығыҙ; һыуһаған инем, Миңә эсергә бирҙегеҙ; мосафир инем, Мине өйөгөҙҙә ҡабул иттегеҙ
Матфей 25:35ရွာေဖြေလ့လာလိုက္ပါ။
6
Матфей 25:23
Хужаһы уға: «Яҡшы иткәнһең, һин – һәйбәт һәм ышаныслы хеҙмәтсе. Кескәй эштә ышаныслы булдың, хәҙер инде мин һиңә ҙурырағын йөкләрмен. Килеп, хужаңдың шатлығын уртаҡлаш», – тигән.
Матфей 25:23ရွာေဖြေလ့လာလိုက္ပါ။
7
Матфей 25:36
яланғас инем, Мине кейендерҙегеҙ; ауырыған инем, Мине ҡайғырттығыҙ; төрмәлә инем, Минең яныма килдегеҙ», – тип әйтер.
Матфей 25:36ရွာေဖြေလ့လာလိုက္ပါ။
ပင္မစာမ်က္ႏွာ
သမၼာက်မ္းစာ
အစီအစဥ္မ်ား
ဗီဒီယိုမ်ား