1
Маркус 7:21-23
Изге Яҙма
БашИЯ2023
яуыз уйҙар – фәхешлек итеү, урлашыу, кеше үлтереү, зина ҡылыу, ҡомһоҙлоҡ, ҡәбәхәтлек, мәкер-ялған, аҙғынлыҡ, көнсөллөк, яла яғыу, тәкәбберлек, ахмаҡлыҡ – кешенең эсенән, күңеленән сыға. Бөтөн был яманлыҡтар кешенең эсенән сығып уны бысрата ла инде.
비교
Маркус 7:21-23 살펴보기
2
Маркус 7:15-16
Кешене тыштан ингән һис нәмә бысрата алмай, әммә уны эсенән сыҡҡаны бысрата, – тине.
Маркус 7:15-16 살펴보기
3
Маркус 7:6
Ғайса уларға: – Ишағыяһ пәйғәмбәрлек иткән ваҡытында һеҙ ике йөҙлөләр хаҡында бик дөрөҫ әйткән, – тип яуапланы. – Изге Яҙмала яҙылғанса: «Был халыҡ Мине тик теле менән хөрмәт итә, әммә күңелдәре Минән алыҫ.
Маркус 7:6 살펴보기
4
Маркус 7:7
Уларҙың Миңә табыныуы бушҡа: улар кеше уйлап сығарған ҡағиҙәләргә өйрәтә».
Маркус 7:7 살펴보기
5
Маркус 7:8
Алла бойороғон ситтә ҡалдырып, һеҙ кеше урынлаштырған йолаларҙы үтәйһегеҙ.
Маркус 7:8 살펴보기
홈
성경
묵상
동영상