Сығыу 7
7
1Раббы Мусаға былай тине:
– Ҡара, Мин һине фирғәүен алдына Алла һымаҡ ҡуйҙым, ә ағайың Һарун һинең пәйғәмбәрең булыр. 2Мин бойорғандарҙы һин ағайың Һарунға әйт, ә ул, Исраил халҡына үҙ иленән сығырға рөхсәт итһен өсөн, фирғәүенгә еткерер. 3Ләкин Мин фирғәүенде тиҫкәреләндерермен һәм Мысыр ерендә бихисап хикмәттәр менән мөғжизәләр ҡылырмын. 4Тик фирғәүен ул сағында ла һеҙҙе тыңларға теләмәҫ. Шунан һуң Мин, Үҙ ҡөҙрәтем менән мысырҙар өҫтөнә ҡурҡыныс язалар ебәреп, халҡым Исраилды, ғәскәр шикелле саф-саф теҙеп, Мысыр иленән алып сығырмын. 5Ҡулымды Мысыр өҫтөнә һуҙып, Исраил халҡын улар араһынан сығарған сағымда мысырҙар Минең Раббы икәнемде белер.
6Муса менән Һарун Раббы ҡушҡанса эшләне. 7Фирғәүен менән һөйләшкәндә, Мусаға – һикһән, Һарунға һикһән өс йәш ине.
Таяҡтың йыланға әүерелеүе
8Раббы Муса менән Һарунға былай тине:
9– Әгәр ҙә ки фирғәүен һеҙҙән берәй мөғжизә күрһәтеүҙе һораһа, Муса, һин Һарунға әйт: таяғын фирғәүен алдына ергә ташлаһын – таяҡ йыланға әүерелер.
10Муса менән Һарун, фирғәүенгә килеп, Раббы ҡушҡанса эшләне. Һарун фирғәүендең һәм уның хеҙмәтселәренең алдында таяғын ергә ташлап ебәргәйне – таяҡ йыланға әйләнде. 11Фирғәүен иһә үҙенең аҡыл эйәләрен, сихырсыларын саҡырҙы. Улар, был Мысыр сихырсылары, үҙ тылсымдары менән шуны уҡ эшләне: 12Ергә ташлауға, һәр береһенең таяғы йыланға әйләнә торҙо. Әммә Һарундың таяғы тегеләрҙең таяҡтарын йотоп бөттө. 13Фирғәүен һаман да ҡарышты. Барыһы ла Раббы әйткәнсә булды – ул Муса менән Һарунды тыңламаны.
Һыуҙың ҡанға әйләнеүе
14Раббы Мусаға былай тине:
– Фирғәүендең күңеле йомшармай, халыҡты ебәреүҙән баш тарта. 15Иртәгә иртәнсәк, фирғәүен йылға буйына барған саҡта, уның ҡаршыһына сыҡ. Ҡулыңда теге йыланға әйләнә торған таяғың булһын. 16Фирғәүенгә былай тип әйт: «Ғивриҙәр Аллаһы Раббы мине һиңә ебәреп: „Миңә ғибәҙәт ҡылһындар өсөн халҡыма сүлгә сығырға рөхсәт ит“, – тиергә ҡушҡайны. Ә һин һаман тыңламайһың. 17Шуға күрә Раббы былай ти: „Хәҙер һин Минең Раббы икәнемде белерһең“. Нил һыуына ҡулымдағы бынау таяҡ менән һуҡһам, һыу ҡанға әйләнер. 18Йылғалағы балыҡ үлеп бөтөр, йылға һаҫыр, Мысыр халҡы һыу эсергә ерәнер».
19Раббы былай тип дауам итте:
– Һарунға әйт: «Таяғыңды күтәр ҙә Мысыр һыуҙары – йылғалары, арыҡтары, күлдәре, һәр төрлө һыу ятҡылыҡтары өҫтөнә һуҙ», – тигән. Уларҙағы һыу ҡанға әйләнер. Бөтөн Мысыр ерендә – хатта ағас һауыттарҙа ла, таш һауыттарҙа ла ҡан булыр.
20Муса менән Һарун Раббы ҡушҡанса эшләне. Фирғәүен һәм уның хеҙмәтселәренең күҙ алдында Һарун таяғы менән Нил һыуына һуҡҡайны – йылғалағы бөтә һыу ҡанға әйләнде. 21Нилдағы балыҡ ҡырылды, йылға шул хәтле һаҫыны, Мысыр халҡы унан һыу эсә алмаҫ булды. Бөтә Мысыр ерендә ҡан ине. 22Үҙҙәренең сихыры менән Мысыр сихырсылары ла шуны уҡ эшләне. Фирғәүен ҡарышыуын белде, Муса менән Һарунды тыңламаны. Барыһы ла Раббы әйткәнсә булды. 23Фирғәүен боролдо ла һарайына ҡайтып китте: быға ла иҫе китмәне. 24Мысыр халҡы йылға буйында ҡоҙоҡ ҡаҙа башланы – йылға һыуы эсерлек түгел ине.
25Раббының йылғаны ҡазалауына ете көн үтеп китте.
ಪ್ರಸ್ತುತ ಆಯ್ಕೆ ಮಾಡಲಾಗಿದೆ:
Сығыу 7: БашИЯ2023
Highlight
ಹಂಚಿಕೊಳ್ಳಿ
ಕಾಪಿ

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

: