Сығыу 31
31
Оҫталар тәғәйенләү
1Раббы Мусаға:
2– Бел: Мин Йәһүҙә ырыуынан Хурҙан тыуған Ури улы Бесалилды һайлап алып, 3уға Алла рухы иңдерҙем – зирәк аҡыл һәм һәләт, һәр эштә белем һәм оҫталыҡ бирҙем, – тине. – 4Ул алтын, көмөш һәм баҡырҙан төрлө әйберҙәр уйлап табыу һәм яһау оҫталығына эйә; 5тирәсәгә кейҙереү өсөн таш юна, шулай уҡ ағас семәрләй белә – һәр кәсепкә оҫта. 6Мин уға ярҙамсы итеп Дан ырыуынан Ахисамах улы Оһолиавты ҡуйҙым һәм бөтә оҫталарға ла таһыл бирҙем. Улар Мин һиңә бойорғандарҙың барыһын да эшләр. 7Осрашыу сатырын, Килешеү һандығын, һандыҡ ҡапҡасын һәм сатырҙың бөтә кәрәк-ярағын, 8өҫтәлде һәм уның һауыт-һабаһын, саф алтындан шәмдәлде һәм уның бөтә кәрәк-ярағын, төтәтеү өсөн ҡорбан усағын, 9тотош яндырыу ҡорбаны усағын һәм уның йыһаздарын, йыуынғысты һәм уның таяуын; 10хеҙмәт атҡарыу өсөн туҡылған кейемдәрҙе – Һарун ҡаһиндың изге кейемдәрен һәм уның улдарының ҡаһинлыҡ кейемдәрен; 11шулай уҡ мәсех майын, Изге сатырҙа төтәтеү өсөн хуш еҫле матдәләр ҡатнашмаһын эшләһендәр.
Улар быларҙың барыһын да Мин һиңә бойорғанса эшләргә тейеш.
Шәмбе – ял көнө
12Раббы Мусаға былай тине:
13– Һин исраилдарға әйт: «Минең шәмбеләремде һаҡлағыҙ. Шәмбе – Мин, Раббы, һеҙҙе изге булыр өсөн Үҙемә айырып алғанды онотмаһын өсөн, Минең менән һеҙҙең араға быуындан-быуынға ҡуйылған билдә ул. 14Шәмбене һаҡлағыҙ: ул һеҙҙең өсөн изге. Шәмбене боҙған кеше үлемгә дусар ителергә тейеш, шәмбе көнө эшләгән һәр кем халҡы араһынан ҡыуылыр. 15Алты көн эшләһендәр, етенсе көн – шәмбе, ял көнө, Раббыға бағышланған изге көн. Шәмбе көнө эшләгән һәр кем үлемгә дусар ителергә тейеш. 16Исраил халҡы быуындан-быуынға шәмбене һаҡлаһын – был мәңгелек килешеү. 17Минең менән Исраил халҡы араһында мәңгегә ҡуйылған билдә ул. Сөнки Мин Раббы алты көн эсендә күк менән ерҙе яраттым, етенсе көндө, эште тамамлап, ял иттем».
18Синай тауында, Муса менән һүҙен тамамлағас, Алла уға Үҙ бармағы менән яҙған ике таҡтаташты – килешеү таҡтаташтарын бирҙе.
ಪ್ರಸ್ತುತ ಆಯ್ಕೆ ಮಾಡಲಾಗಿದೆ:
Сығыу 31: БашИЯ2023
ಹೈಲೈಟ್ ಮಾಡಿ
ಹಂಚಿಕೊಳ್ಳಿ
ಕಾಪಿ

ನಿಮ್ಮ ಎಲ್ಲಾ ಸಾಧನಗಳಲ್ಲಿ ನಿಮ್ಮ ಮುಖ್ಯಾಂಶಗಳನ್ನು ಉಳಿಸಲು ಬಯಸುವಿರಾ? ಸೈನ್ ಅಪ್ ಮಾಡಿ ಅಥವಾ ಸೈನ್ ಇನ್ ಮಾಡಿ
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023