Сығыу 28
28
Ҡаһиндар өсөн кейем
1Ағайың Һарунды, уның улдары Надав, Авиһу, Әлғазар һәм Иҫамарҙы исраилдар араһынан яныңа саҡырып ал. Улар Минең ҡаһиндарым булһын. 2Ағайың Һарунға мөһабәт һәм күркәм ҡиәфәт бирә торған изге кейемдәр әҙерлә. 3Мин ҡулдарына оҫталыҡ һалған тәжрибәле һөнәр эйәләренә әйт, Миңә бағышланып, ҡаһинлыҡ итә алһын өсөн, Һарунға кейем әҙерләһендәр.
4Улар түшлек, эфод, ябынса, биҙәкләп туҡылған күлдәк, сәллә һәм билғау әҙерләһен. Ағайың Һарун менән уның улдары Минең ҡаһиндарым булһын өсөн изге кейем был. 5Оҫталар алтын, шулай уҡ зәңгәр, ҡарағусҡыл ҡыҙыл һәм ут-ҡыҙыл йөн, сиратылған нәфис етен ҡулланһын.
Эфод
6Эфодты зәңгәр, ҡарағусҡыл ҡыҙыл һәм ут-ҡыҙыл йөн ептәргә һәм сиратылған нәфис етенгә алтын ептәр ҡушып, оҫта итеп эшләһендәр. 7Эфодты беркетер өсөн ян-яғынан уға ике яурынса тегелһен. 8Эфодтың билғауы, эфод һымаҡ уҡ, алтын ептән, зәңгәр, ҡарағусҡыл ҡыҙыл һәм ут-ҡыҙыл йөндән, нәҙек етендән һуғылырға тейеш; эфод менән ул бер бөтөн булһын.
9Ике оникс алып, уларға Исраил улдарының исемдәрен сүкеп яҙ. 10Уларҙың олоһонан башлап, бер ташҡа – алты, икенсе ташҡа алты исем яҙылһын. 11Был таштарға Исраил улдарының исемдәрен оҫта ырыусы мөһөр уйған һымаҡ итеп яҙ. Был таштарҙы алтындан биҙәкләп эшләнгән тирәсәгә кейҙер ҙә 12эфодтың яурынсаларына беркет: был таштар – Исраил улдары хаҡында иҫтәлек. Раббыға Исраил халҡын хәтерләтеп торһон өсөн, Һарун уларҙың исемдәрен иңдәрендә йөрөтһөн. 13Алтындан оҫта итеп тирәсәләр эшлә, 14саф алтындан ишеп ике бау яһа һәм уларҙы тирәсәләргә беркетеп ҡуй.
Түшлек
15Раббы ҡарары өсөн оҫта итеп түшлек эшлә. Ул эфод һымаҡ уҡ алтын ептән, зәңгәр, ҡарағусҡыл ҡыҙыл һәм ут-ҡыҙыл йөндән, сиратылған нәфис етендән булһын. 16Түшлек ике ҡатланған туҡыманан буйы һәм иңе бер ҡарыш#28:16 Ҡарыш – 22,5 см. ҙурлығында дүрткел булһын. 17Унда аҫыл таш һалырлыҡ дүрт рәт оя эшлә. Беренсе рәттә – ҡыҙыл яҡут, хризолит һәм зөбәржәт; 18икенсе рәттә – фирүзә, зәңгәр яҡут һәм алмас; 19өсөнсө рәттә – яҡут, аҡ аҡыҡ һәм аметист; 20дүртенсе рәттә һары яҡут, оникс һәм йәшмә булыр. Уларҙың бөтәһен дә алтын тирәсәгә урынлаштыр. 21Исраил улдарының исемдәре яҙылған ун ике таш булырға тейеш: һәр ташҡа, мөһөрҙәге шикелле, ун ике Исраил ырыуынан берәүһенең исеме сүкеп яҙылһын.
22Түшлек өсөн саф алтындан, бау шикелле ишеп, сылбырҙар эшлә. 23Ике алтын дүңгәләк эшлә һәм, уларҙы түшлектең мөйөштәренә беркетеп, 24ике алтын сылбыр ярҙамында 25ике тирәсәгә тоташтыр, ә әлеге тирәсәләрҙе алғы яҡтан эфодтың яурынсаларына беркет.
26Ике алтын дүңгәләк эшлә лә уларҙы эске яҡтан, эфодҡа ятып торған еренән, түшлектең ике мөйөшөнә беркет. 27Тағы ике алтын дүңгәләк эшләп, уларҙы алғы яҡтан яурынсаның түбәнге осона – йөйгә яҡын итеп – эфодтың билғауы өҫтөнән беркет. 28Түшлектең дүңгәләктәре эфодтың дүңгәләктәре менән зәңгәр бау ярҙамында бәйләнгән булһын – эфодтың билғауынан өҫтәрәк урынлашҡан түшлек эфодҡа берегеп ятып торһон.
29Һарун, мөҡәддәс урынға кергән саҡта, Исраил улдарының исемдәрен Раббы алдында даими хәтерләтеп тороу билгеһе итеп, һәр саҡ күкрәгендә – түшлектә – йөрөтһөн.
30Ҡарар түшлегенә урим менән туммимды#28:30 Урим менән туммим – Алланың ихтыярын белергә ярҙам иткән йәрәбәләр. һал: улар, Раббы хозурына баҫҡан саҡта, Һарундың йөрәге өҫтөндә булһын. Раббы алдында торғанда, Һарун Раббының Исраил халҡына күрһәтмәләрен һәр саҡ бына шулай йөрәге өҫтөндә йөрөтһөн.
Ҡаһиндың башҡа кейемдәре
31Эфод аҫтынан кейә торған ябынса тотошлай зәңгәр туҡыманан булһын. 32Уның уртаһында баштан кейер өсөн уйым булһын. Туҡыманың сите туҙрамаһын өсөн уйымдың ситтәре яға һымаҡ итеп тегелһен. 33Зәңгәр, ҡарағусҡыл ҡыҙыл һәм ут-ҡыҙыл йөндән анар емеше рәүешендә йоморсалар эшлә һәм уларҙы ябынса итәгенә уратып тек, уларҙың араһына алтын ҡыңғырауҙар таҡ. 34Был алтын ҡыңғырауҙар һәм анар емештәре ябынса салғыйының буйынан-буйына сиратлашып барырға тейеш. 35Һарун был кейемде ҡаһин хеҙмәтен үтәгәндә кейһен. Ул изге урынға, Раббы хозурына, кергәндә һәм сыҡҡанда ҡыңғырауҙарҙың сыңлауы ишетелеп торһон, юҡһа ул харап буласаҡ.
36Саф алтынды табаҡлап сәскә рәүешендә йәй ҙә уға: «Раббыға бағышланған» тигән һүҙҙәрҙе мөһөрҙәге шикелле сүкеп яҙ. 37Уны сәллә өҫтөнән зәңгәр бау менән беркетеп ҡуй. 38Исраил халҡы Раббыға бағышлап изге ҡорбан-саҙаҡалар килтергәндә ғәйеп-хаталар ебәрһә, Һарун уларҙы үҙ өҫтөнә алыр. Был алтын табаҡса гелән Һарундың маңлайында булырға тейеш. Шул сағында был ҡорбан-саҙаҡаларҙы Раббы ҡабул итер.
39Һарун өсөн нәфис етендән күлдәк тек, нәфис етендән сәллә эшлә һәм биҙәкле билғау һуҡ.
40Һарун улдарына ла күлдәк, билғау һәм баштарына бәй әҙерлә. Был уларға мөһабәтлек һәм күркәмлек өҫтәр.
41Ағайың Һарунға һәм уның улдарына ошо кейемдәрҙе кейҙер. Һарунды һәм уның улдарын зәйтүн майы менән мәсехлә#28:41 Мәсехләү – йәһүд телендә «майлау» тигән мәғәнәлә. Ул кешене ниндәйҙер айырым бер хеҙмәткә, мәҫәлән, ҡаһин, йәки батша булыуға бағышлауҙы, йәки әйберҙәрҙе, бинаны бағышлау йолаһын аңлата., уларҙы изгеләндереп, ҡаһинлыҡҡа бағышла һәм улар Минең ҡаһиндарым булыр. 42Билдән теҙгә тиклем ҡаплап торорлоҡ итеп етендән эске ыштан тектер. 43Осрашыу сатырына ингән йәки мөҡәддәс урында ҡаһин хеҙмәтен үтәп ҡорбан усағына яҡынайған саҡта, Һарун һәм улдары ошо ыштанды кейһен. Юҡһа улар ғәйепле булыр һәм үлемгә дусар ителер. Был – Һарун һәм уның нәҫелдәре өсөн мәңгелек ҡағиҙә.
ಪ್ರಸ್ತುತ ಆಯ್ಕೆ ಮಾಡಲಾಗಿದೆ:
Сығыу 28: БашИЯ2023
ಹೈಲೈಟ್ ಮಾಡಿ
ಹಂಚಿಕೊಳ್ಳಿ
ಕಾಪಿ

ನಿಮ್ಮ ಎಲ್ಲಾ ಸಾಧನಗಳಲ್ಲಿ ನಿಮ್ಮ ಮುಖ್ಯಾಂಶಗಳನ್ನು ಉಳಿಸಲು ಬಯಸುವಿರಾ? ಸೈನ್ ಅಪ್ ಮಾಡಿ ಅಥವಾ ಸೈನ್ ಇನ್ ಮಾಡಿ
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023