Сығыу 27

27
Тотош яндырыу ҡорбаны өсөн усаҡ
1Сәрүәр ағасынан ҡорбан усағы эшлә. Ул – дүрткел, буйы ла, иңе лә биш, ә бейеклеге өс терһәк булһын. 2Ҡорбан усағының дүрт мөйөшөнә лә уның менән бер бөтөн итеп дүрт мөгөҙ эшлә. Ҡорбан усағының өҫтөн баҡыр менән көплә. 3Уға көл сығарыу өсөн көршәктәр, көрәктәр, ҡан һирпеү сеүәтәләре, сәнскеләр һәм һоҫҡолар яһа. Ҡорбан усағы өсөн кәрәк-яраҡтың бөтәһе лә баҡырҙан булһын. 4Ҡорбан усағы өсөн селтәрле баҡыр рәшәткә яһа һәм уның дүрт мөйөшөнә дүрт баҡыр дүңгәләк беркет. 5Рәшәткәне ҡорбан усағының һыры аҫтына, усаҡтың уртаһына етеп торорлоҡ итеп нығыт. 6Ҡорбан усағы өсөн сәрүәр ағасынан ҡолғалар эшлә һәм уларҙы баҡыр менән көплә. 7Ҡорбан усағын күсереп йөрөтөргә кәрәк булғанда, ошо ҡолғалар дүңгәләктәргә кейҙерелер. 8Ҡорбан усағын ҡыуыш эсле итеп таҡтанан яһа. Ул һиңә тау башында күрһәтелгәнсә эшләнһен.
Изге сатырҙың ихатаһы
9Изге сатырҙы уратып ихата эшлә. Ихатаның көньяҡ тарафының оҙонлоғо йөҙ терһәк булып, унда сиратылған нәфис етен шаршауҙар эленеп торһон. 10Шаршауҙар өсөн егерме бағана яһалһын, бағаналарҙың төптәре баҡырҙан, ырғаҡтары һәм беркеткестәре көмөштән булһын. 11Ихатаның төньяҡҡа ҡараған яғы ла шулай уҡ йөҙ терһәк булһын, был яҡ өсөн дә шаршауҙар, егерме бағана һәм егерме баҡыр төп яһалһын. Бағаналағы ырғаҡтар һәм беркеткестәр көмөштән булһын. 12Ихатаның көнбайыш яғына илле терһәк оҙонлоғондағы шаршауҙар эленһен. Улар өсөн ун бағана менән ун төп эшләт. 13Көнсығыш яҡтан да ихатаның киңлеге илле терһәк булһын. 14Ихата ҡапҡаһының бер яғындағы шаршауҙар ун биш терһәк оҙонлоҡта булып, улар өс төпкә ултыртылған өс бағанаға эленһен; 15икенсе яғында ла шаршауҙарҙың оҙонлоғо ун биш терһәк булып, улар ҙа өс төпкә ҡуйылған өс бағанаға эленһен. 16Ихатаның ҡапҡаһы өсөн зәңгәр, ҡарағусҡыл ҡыҙыл һәм ут-ҡыҙыл йөндән һәм сиратылған нәфис етендән егерме терһәк оҙонлоғонда нағыш менән биҙәлгән ҡорма һуҡ. Ҡапҡала дүрт бағана булһын, улар аҫтына дүрт төп кәрәк.
17Ихата әйләнәһендәге бөтә бағаналарҙың да беркеткестәре һәм ырғаҡтары көмөштән, ә бағана аҫтындағы төптәр баҡырҙан булһын. 18Ихатаның буйы – йөҙ, иңе – илле терһәк, сиратылған нәфис етендән һуғылған шаршауҙарҙың бейеклеге иһә – биш терһәк, бағана өсөн төптәр баҡырҙан булһын. 19Изге сатырҙың бөтә кәрәк-ярағы, Изге сатыр ҡаҙыҡтары һәм ихата әйләнәһендәге шаршау ҡаҙыҡтары баҡырҙан булһын.
Раббы хозурында яныр ут
20Исраил халҡына әмер ит: шәмдәл өҫтөндә гелән майшәм янып торһон өсөн ҡул менән һығылған таҙа зәйтүн майы килтерһендәр. 21Һарун менән уның улдары майшәмдәрҙең Раббы хозурында, Осрашыу сатырында#27:21 Осрашыу сатыры – Изге сатырҙың икенсе атамаһы. Унда Алла Үҙенең халҡы менән осраша һәм уларға ихтыярын белдерә. һәм Килешеү таҡтаташтары һалынған һандыҡты айырып торған пәрҙә алдында кистән иртәнсәккә тиклем яныуын хәстәрләһен. Исраил халҡы өсөн был – быуындан-быуынға мәңгелек ҡағиҙә.

ಪ್ರಸ್ತುತ ಆಯ್ಕೆ ಮಾಡಲಾಗಿದೆ:

Сығыу 27: БашИЯ2023

ಹೈಲೈಟ್ ಮಾಡಿ

ಹಂಚಿಕೊಳ್ಳಿ

ಕಾಪಿ

None

ನಿಮ್ಮ ಎಲ್ಲಾ ಸಾಧನಗಳಲ್ಲಿ ನಿಮ್ಮ ಮುಖ್ಯಾಂಶಗಳನ್ನು ಉಳಿಸಲು ಬಯಸುವಿರಾ? ಸೈನ್ ಅಪ್ ಮಾಡಿ ಅಥವಾ ಸೈನ್ ಇನ್ ಮಾಡಿ