Сығыу 2
2
Мусаның тыуыуы
1Шул мәлдә Леви нәҫеленән бер кеше үҙ ырыуынан кәләш алды. 2Ҡатыны, ауырға ҡалып, ир бала тапты һәм, малайҙың бик күркәм икәнен күреп, өс ай буйы йәшереп тотто. 3Артабан йәшерерлеге ҡалмағас, ҡамыштан үрелгән кәрзин алып, уның тишек-тошоғон ыҫмала менән һыланы ла, сабыйҙы шунда һалып, йылға буйындағы ҡамыш араһында ҡалдырҙы. 4Баланың апаһы йыраҡтан ғына, нимә булыр икән, тип күҙәтеп торҙо.
5Бына фирғәүен ҡыҙы йылғаға һыу инергә төштө. Хеҙмәтсе ҡыҙҙары яр буйында ҡалды. Фирғәүен ҡыҙы ҡамыш араһында кәрзин күреп ҡалды ла ҡолиәһенә уны алып килергә ҡушты. 6Асып ҡараһа, бала ята. Сабый буҫығып илай. Фирғәүен ҡыҙы баланы йәлләне.
– Ғиври балаһы был, – тине ул.
7Малайҙың апаһы фирғәүен ҡыҙынан:
– Барып берәй ғиври ҡатынын саҡырайыммы? – тип һораны. – Һинең өсөн баланы имеҙер.
8– Саҡыр, – тине фирғәүен ҡыҙы. Ҡыҙыҡай баланың әсәһен барып алып килде. 9Фирғәүен ҡыҙы уға:
– Бынау баланы ал да миңә имеҙеп үҫтереп бир. Хаҡын түләрмен, – тине.
Ҡатын сабыйҙы алды ла ҡарап үҫтерҙе. 10Бала ҙурайғас, уны фирғәүен ҡыҙына алып килеп бирҙе. Уны фирғәүен ҡыҙы улы һымаҡ күрҙе, Муса#2:10 Муса – йәһүд телендә «тартып сығарылған» тигән мәғәнәлә. тип исем ҡушты.
– Мин уны һыуҙан тартып сығарҙым, – тине.
Мусаның Мидйәнгә ҡасыуы
11Байтаҡ йылдар үтте. Муса үҫеп егет булды. Ул бер ваҡыт ҡан-ҡәрҙәштәре янына килде, уларҙың ауыр эштән интегеүҙәрен күрҙе. Ҡараһа, бер мысыр кешеһе ғивриҙе туҡмап ята. 12Муса ян-яғына ҡарап алды ла, бер кем дә күренмәгәс, теге мысырҙы үлтереп, мәйетен ҡомға күмде.
13Иртәгәһенә Муса әлеге урынға ҡабат килде – ике ғивриҙең талашҡанын күрҙе.
– Ниңә ҡәрҙәшеңә һуғаһың? – тип һораны Муса йәберләүсенән.
14– Кем һине беҙҙең өҫтән түрә һәм хөкөмдар итеп ҡуйҙы? Әллә мине лә, теге мысыр кешеһен үлтергән шикелле, үлтерергә итәһеңме? – тине теге.
Муса ҡурҡыуға ҡалды: «Минең нимә эшләгәнем билдәле булғандыр, ахыры», – тип уйланы.
15Был хәлде ишеткәс, фирғәүен Мусаны үлтертмәк булды. Ләкин Муса мидйәндәр иленә ҡасып китте. Бында килеп етеп, бер ҡоҙоҡ янына ултырҙы.
16Мидйән ҡаһинының ете ҡыҙы бар ине. Бына улар ҡоҙоҡтан һыу килеп алды ла тағараҡтарға тултырҙы – аталарының һарыҡ-кәзәләрен эсермәксе булды. 17Әммә шул саҡ көтөүселәр килеп уларҙы ҡыуып ебәрҙе. Муса, ултырған еренән тороп, ҡыҙҙарҙы яҡлашты, уларҙың малын эсерҙе.
18Ҡыҙҙар өйҙәренә ҡайтып кергәс, аталары Реғуил:
– Ниңә бөгөн улай тиҙ ҡайттығыҙ? – тип һораны.
19– Ниндәйҙер бер мысыр кешеһе беҙҙе көтөүселәрҙән яҡлашты, хатта, һыу алып, беҙҙең малдарҙы эсерҙе, – тине ҡыҙҙары.
20– Ҡайҙа һуң ул? – тип һораны аталары. – Ниңә ҡалдырып киттегеҙ? Барығыҙ, ашарға саҡырығыҙ.
21Муса был кешелә ҡалырға булды. Тегеһе Мусаға ҡыҙы Сиппораны кәләш итеп бирҙе. 22Сиппора ауырға ҡалып бер ул тапты. Муса улына Гершом#2:22 Гершом – йәһүд телендә «унда килмешәк» тигән мәғәнәлә. тип исем ҡушты, «Мин сит ерҙә килмешәк булдым», – тине.
23Йылдар үтте. Мысыр батшаһы вафат булды. Исраил халҡы ауыр эштән иңрәне, ярҙам һорап ялбарҙы – һәм уларҙың һыҡтауы Аллаға барып етте. 24Алла уларҙың ялбарыуын ишетте, Ибраһим, Исхаҡ һәм Яҡуп менән булған килешеүен иҫенә төшөрҙө. 25Алла Исраил халҡына баҡты – уларҙың хәлдәрен аңланы.
ಪ್ರಸ್ತುತ ಆಯ್ಕೆ ಮಾಡಲಾಗಿದೆ:
Сығыу 2: БашИЯ2023
Highlight
ಹಂಚಿಕೊಳ್ಳಿ
ಕಾಪಿ

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

: