Сығыу 12
12
Ҡотҡарылыу байрамы
1Мысыр ерендә Раббы Муса менән Һарунға былай тине:
2– Был ай һеҙҙең өсөн йылдың тәүге айы, йыл башы булһын. 3Бөтә Исраил йәмғиәтенә әйтегеҙ, ошо айҙың унынсы көнөндә һәр ғаиләнең башлығы үҙ өйөндәге кешеләр өсөн бер бәрәс алһын. 4Ғаилә бер бәрәсте ашап бөтөрлөк түгел икән, йән башына ҡарап, кемдең күпме ашауын иҫәпләп, яҡын күршеһе менән уртаҡлашып алһын. 5Был иркәк мал кәмселекһеҙ, бер йәшлек һарыҡ йәки кәзә бәрәсе булырға тейеш. 6Уны ошо айҙың ун дүртенсе көнөнә тиклем тотоғоҙ ҙа, эңер төшөүгә, Исраил йәмғиәтенән булған һәммәһе уларҙы һуйырға 7һәм бәрәстең ҡанын ите ашалаһы өй ишегенең ике яңағына, ҡашағаһына һөртөргә тейеш. 8Итте шул уҡ төндө утта ҡурып, сөсө икмәк, әскелтем үләндәр ҡушып ашаһындар. 9Был итте сей көйө йә һыуҙа бешереп түгел, башы-тояҡтары һәм эске ағзалары менән бергә утта ҡурып ашағыҙ. 10Итте иртәнгә тиклем ҡалдырмағыҙ. Артып ҡалһа, утҡа һалып яндырығыҙ. 11Уны ошолай ашағыҙ: билегеҙ быуылған, аяғығыҙға кейелгән булһын. Таяғығыҙ ҡулығыҙҙа көйө, юлға әҙер булып, ашығып-ҡабаланып ашағыҙ уны. Был – Раббы хөрмәтенә үткәрелә торған Ҡотҡарылыу байрамының#12:11 Ҡотҡарылыу байрамының йәһүд телендәге атамаһы «песах» – «ситләтеп үтеү» тигән мәғәнәләге «пасах» һүҙенә оҡшаған. ҡорбаны.
12Мин ошо төндө Мысыр ерен иңләйем, беренсе булып тыуған һәр ир-атты һәм беренсе булып тыуған иркәк малды үлтерәм. Мысырҙарҙың бөтә илаһтарына яза бирәм. Мин – Раббы. 13Өйөгөҙҙөң ишегенә һөртөлгән ҡан Минең өсөн билдә булыр: шул ҡанды күреп, һеҙҙе ситләтеп үтермен. Мысырҙарҙы язалаған сағымда һеҙгә бер ниндәй ҙә зыян теймәҫ.
14Был көн һеҙҙең өсөн иҫтәлекле көн булһын: уны быуындан-быуынға Раббының байрамы итеп билдәләгеҙ. Был һеҙгә – мәңгелек ҡағиҙә.
Сөсө икмәк байрамы
15Ете көн буйы сөсө икмәк ашағыҙ. Тәүге көндән үк өйөгөҙҙән әсетке китһен. Ошо ете көн эсендә әсе икмәктән ауыҙ иткән һәр кем Исраил халҡы араһынан ҡыуылыр. 16Беренсе һәм етенсе көндә изге йыйын үткәрелһен. Был ике көндә һис кем бер нәмә лә эшләмәһен, бары тик үҙенә ризыҡ ҡына әҙерләргә мөмкин.
17Сөсө икмәк байрамы үткәрегеҙ. Нәҡ ошо көн барсағыҙҙы, ғәскәр ише теҙеп, Мысырҙан сығарҙым. Был көн быуындан-быуынға байрам ителһен. Был һеҙгә – мәңгелек ҡағиҙә.
18Тәүге айҙың ун дүртенсе кисенән башлап егерме беренсе кисенә тиклем сөсө икмәк ашағыҙ. 19Ете көн буйы өйөгөҙҙә әсетке булмаһын, был көндәрҙә әсе икмәк ашаған зат, кем генә булһа ла – килмешәкме ул, әллә ерле кешеме – Исраил йәмғиәтенән ҡыуылыр. 20Ҡайҙа ғына йәшәһәгеҙ ҙә, әсеткеле икмәк түгел, ә сөсө икмәк кенә ашарға тейешһегеҙ.
Тәүге Ҡотҡарылыу байрамы
21Муса Исраилдың бөтә аҡһаҡалдарын саҡырып алды ла:
– Барығыҙ, ғаиләләрегеҙ өсөн бәрәс һайлап алығыҙ ҙа Ҡотҡарылыу байрамы хөрмәтенә салығыҙ, – тине. – 22Шунан бер бәйләм майағас үләнен һауытҡа ағыҙып алынған ҡанға манып, ошо ҡанды ишектең ике яңағына, ҡашағаһына һөртөгөҙ. Иртәнгә тиклем бер кем дә өйөнән сыҡмаһын. 23Раббы мысырҙарҙы ҡазалар өсөн килгәндә ишек ҡашағаһындағы һәм яңаҡтарындағы ҡанды күргәс, урап үтер. Йән алыусыға өйөгөҙгә инергә һәм үлтерергә юл ҡуймаҫ.
24Үҙегеҙ ҙә, нәҫелегеҙ ҙә ошо күрһәтмәне үтәргә тейеш, был һеҙгә – мәңгелек ҡағиҙә.
25Раббы һеҙгә бирергә вәғәҙә иткән ергә барып төйәкләнгәс тә ошо йоланы тотор булығыҙ. 26Балаларығыҙ һеҙҙән: «Был һеҙҙең өсөн ниндәй йола ул?» – тип һорағанда, 27һеҙ уларға: «Был – Ҡотҡарылыу байрамында Раббыға килтерелә торған ҡорбан. Сөнки Раббы мысырҙарҙы ҡазалаған саҡта исраилдарҙың өйҙәрен ситләтеп үтте. Раббы мысырҙарҙы үлтерҙе, беҙҙең ғаиләләрҙе ҡотҡарып ҡалды», – тип әйтегеҙ.
Шул саҡ халыҡ теҙләнеп сәждә ҡылды. 28Шунан таралыштылар ҙа, Раббы Муса менән Һарунға нисек ҡушһа, шулай эшләнеләр.
29Төн уртаһы етеү менән, Раббы Мысыр ерендәге бөтә баш ир баланы үлтерҙе. Тәхеттә ултырған фирғәүендекен дә, зиндандағы тотҡондоҡон да ҡалдырманы; мал-тыуарҙың тәүге түлен дә ҡазаланы. 30Ул төндә фирғәүен дә, хеҙмәтселәре лә, бөтә Мысыр халҡы ла уянды. Тотош Мысыр ерендә көслө иңрәү торҙо: бында үлем инмәгән бер генә өй ҙә ҡалмағайны.
Мысырҙан китеү
31Шул уҡ төндө фирғәүен Муса менән Һарунды саҡыртып алды ла уларға:
– Барығыҙ, халҡым араһынан китегеҙ! Үҙегеҙ ҙә, бөтә Исраил халҡы ла китһен, әйткәнегеҙсә, Раббығыҙға ғибәҙәт ҡылығыҙ. 32Үҙегеҙ һорағанса, мал-тыуарығыҙҙы – эреһен дә, вағын да – алығыҙ ҙа китегеҙ. Ә миңә фатиха ҡылығыҙ.
33Мысырҙар исраилдарҙы тиҙерәк сығып китергә ашыҡтырҙы; юғиһә һәммәбеҙ ҙә харап булабыҙ, тип ҡурҡты.
34Әсетке һалып өлгөрмәгән ҡамырын күтәреп алды Исраил халҡы – икмәк күнәктәрен кейемгә төрөп, иңбаштарына ултыртты. 35Исраил халҡы Муса ҡушҡанса эшләне – мысырҙарҙан алтын-көмөш әйберҙәр, кейем-һалым һорап алды. 36Раббы мысырҙарҙа Исраил халҡына ҡарата миһырбан уятты – улар исраилдар нимә һораһа, шуны бирҙе. Исраил халҡы мысырҙарҙы талап китте.
37Исраил халҡы Рағмесес ҡалаһынан Суккоҫҡа табан юлланды. Ҡатын-ҡыҙҙар менән бала-сағаны иҫәпләмәгәндә, Мысырҙан алты йөҙ меңләп йәйәүле ир-ат, 38улар менән бергә бик күп сит халыҡ, көтөү-көтөү кәзә-һарыҡ, һыйыр малы сыҡты. 39Уларға Мысырҙан алып сыҡҡан ҡамырҙан сөсө икмәк генә бешерергә тура килде, сөнки ҡамыр әсеткеһеҙ ине. Улар бит илдән ҡыуылып сыҡты, ҡабаланып, юлда ашарға ризыҡ әҙерләп тә өлгөрмәне.
40Исраил халҡы Мысырҙа дүрт йөҙ утыҙ йыл ғүмер итте. 41Тап дүрт йөҙ утыҙ йыл тулған көндө Раббының бөтә ғәскәре Мысыр еренән сыҡты. 42Ул төндө Раббы, исраилдарҙы Мысырҙан сығарыр өсөн, уяу булды. Исраил халҡы быуындан-быуынға йыл һайын ошо төндө Раббыға бағышлап уяу булһын.
Ҡотҡарылыу байрамы тураһында ҡағиҙә
43Раббы Муса менән Һарунға былай тине:
– Бына Ҡотҡарылыу байрамы тураһында ҡағиҙә: бер генә сит кеше лә Ҡотҡарылыу байрамы ризығын ашарға тейеш түгел. 44Әммә һатып алынған ҡол, сөннәтләнгәндән һуң, уны ашай ала. 45Ә килмешәк тә, ялланып эшләүсе лә уны ашамаһын.
46Ҡотҡарылыу байрамы ҡорбанын бер өй эсендә генә ашағыҙ, ул иттән бер киҫәкте лә тышҡа сығармағыҙ һәм бәрәстең һөйәктәрен һындырмағыҙ. 47Был йоланы бөтә Исраил йәмғиәте үтәргә тейеш. 48Арағыҙҙа төйәкләнгән килмешәк Раббы хөрмәтенә Ҡотҡарылыу байрамында ҡатнашырға теләһә, ғаиләһендәге һәр бер ир-ат сөннәтләнһен. Шунан һуң ғына ул ерле исраилдар кеүек һаналыр. Сөннәте булмаған бер кем дә ул итте ашамаһын. 49Үҙ кешегеҙгә лә, арағыҙҙа йәшәгән килмешәккә лә ҡанун бер.
50Исраил халҡы, Раббы Муса менән Һарунға нисек ҡушһа, шулай эшләне. 51Тап ошо көндө Раббы Исраил халҡын, ғәскәр ише сафҡа теҙеп, Мысырҙан алып сыҡты.
ಪ್ರಸ್ತುತ ಆಯ್ಕೆ ಮಾಡಲಾಗಿದೆ:
Сығыу 12: БашИЯ2023
Highlight
ಹಂಚಿಕೊಳ್ಳಿ
ಕಾಪಿ

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

: