Сығыу 1

1
Мысырҙа исраилдарҙы аяуһыҙ иҙеү
1Бына аталары Яҡуп менән бергә ғаиләләрен алып Мысырға килгән улдарының исемдәре:
2Рәүвән, Шимғон, Леви, Йәһүҙә, 3Исасхар, Зевулун, Бинйәмин, 4Дан, Нафтали, Ғад һәм Ашер. 5Яҡуп нәҫеленән барлығы етмеш кеше булып, Йософ ул заманда Мысырҙа йәшәй ине инде.
6Йылдар үткәс, Йософ вафат була, уның ағалары һәм ҡустылары, уларҙың бөтә быуыны үлеп бөтә. 7Әммә Исраил нәҫеле үрсеп, күбәйеп китә, көсәйә һәм тотош илгә тарала.
8Мысырҙа тәхеткә Йософ тураһында бер нәмә лә белмәгән яңы батша ултырҙы. 9Ул үҙ халҡына:
– Ҡарағыҙ әле, исраилдар ҡайһылай ишәйгән, улар беҙҙән ҡеүәтлерәк. 10Тағы ла артмаһындар өсөн, әйҙә, берәй әмәлен табайыҡ. Юғиһә, һуғыш-фәлән сыға ҡалһа, дошмандар менән берләшеп, беҙгә ҡаршы ҡорал күтәрерҙәр, илде ташлап китерҙәр, – тине.
11Халыҡты ауыр эш менән баҫыр өсөн өҫтән ҡарауыл ҡуйҙылар. Исраилдар фирғәүенгә Пиҫом һәм Рағмесес ҡалаларын һалып бирҙе. Унда иген һәм башҡа нәмәләр һаҡлана торған келәттәрҙе урынлаштырҙылар. 12Ләкин Исраил халҡын ни хәтлем нығыраҡ ғазаплаһалар, улар шул тиклем тиҙерәк ишәйҙе. Шуға ла мысырҙар уларҙан ҡурҡа башланы 13һәм һис аяу белмәй эшләтте. 14Исраил халҡының бөтә ғүмере интектергес әсе эштән ғибәрәт булды: улар балсыҡ баҫты, кирбес һуҡты, ҡырҙа бил бөктө, башҡа төрлө эштәр башҡарҙы – һис йәлләп торманылар уларҙы.
15Мысыр батшаһы кендек инәһе булған ғиври#1:15 Ғиври – еврейҙарҙың боронғо атамаһы; тамыры Ғевәр тигән кеше исеменән алынған (ҡарағыҙ: «Башланмыш», 10:21). ҡатындарына – уларҙың береһенең исеме Шифра, икенсеһенеке Пуға ине:
16– Ғиври ҡатындары бала тапҡанда ҡарағыҙ, малай тыуһа – үлтерегеҙ, ҡыҙ бала тыуһа – иҫән ҡалдырығыҙ, – тине.
17Әммә кендек инәләре Алланан ҡурҡты, Мысыр батшаһының бойороғон үтәмәне: ир балаларҙың ғүмерен өҙмәне. 18Мысыр батшаһы уларҙы яңынан саҡыртып алды ла:
– Ниңә һеҙ шулай итәһегеҙ? – тип һораны. – Нишләп ир балаларҙы иҫән ҡалдыраһығыҙ?
19– Ғиври бисәләре Мысыр ҡатындары һымаҡ түгел, уларҙың һаулыҡтары ныҡ, кендек инәһе килеп еткәнсе үк баланан ҡотолоп ҡуялар, – тип яуапланы улар фирғәүенгә.
20-21Кендек инәләре Үҙенә буйһонғанға күрә, Алла уларға мәрхәмәт ҡылды: уларҙы ғаиләле итте. Ә Исраил халҡы артҡандан-арта, көсәйгәндән-көсәйә барҙы.
22Фирғәүен шул саҡ үҙ халҡына былай тип бойорҙо:
– Ғивриҙәрҙең яңы тыуған ир балаларын Нил һыуына ташлағыҙ, ҡыҙҙарын иҫән ҡалдырығыҙ.

ಪ್ರಸ್ತುತ ಆಯ್ಕೆ ಮಾಡಲಾಗಿದೆ:

Сығыу 1: БашИЯ2023

Highlight

ಹಂಚಿಕೊಳ್ಳಿ

ಕಾಪಿ

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in