Балаларығыҙ һеҙҙән: «Был һеҙҙең өсөн ниндәй йола ул?» – тип һорағанда, һеҙ уларға: «Был – Ҡотҡарылыу байрамында Раббыға килтерелә торған ҡорбан. Сөнки Раббы мысырҙарҙы ҡазалаған саҡта исраилдарҙың өйҙәрен ситләтеп үтте. Раббы мысырҙарҙы үлтерҙе, беҙҙең ғаиләләрҙе ҡотҡарып ҡалды», – тип әйтегеҙ.
Шул саҡ халыҡ теҙләнеп сәждә ҡылды.