1
Яхъя 14:27
Изге Яҙма
БашИЯ2023
Мин һеҙгә тыныслыҡ ҡалдырам. Үҙемдең тыныслығымды һеҙгә бирәм, әммә Мин биргән тыныслыҡ донъя биргән кеүек түгел. Күңелегеҙҙе хәүеф биләмәһен! Ҡурҡмағыҙ!
Lee anya n'etiti ihe abụọ
Nyochaa Яхъя 14:27
2
Яхъя 14:6
Ғайса уға: – Мин – юл, хәҡиҡәт һәм тормош. Минең аша ғына Атам янына барып була.
Nyochaa Яхъя 14:6
3
Яхъя 14:1
– Борсолмағыҙ! Аллаға ышанаһығыҙ икән, Миңә лә ышанығыҙ!
Nyochaa Яхъя 14:1
4
Яхъя 14:26
Ә Минең исемемдән Атам ебәрәсәк Яҡлаусы – Изге Рух – һеҙҙе һәр нәмәгә өйрәтер һәм Мин һөйләгәндәрҙең бөтәһен дә хәтерегеҙгә төшөрөр.
Nyochaa Яхъя 14:26
5
Яхъя 14:21
Бойороҡтарымды ҡабул итеп, уларҙы үтәгән кеше Мине ярата. Ә Мине яратҡан кешене Атам да яратыр, Мин дә уны яратырмын һәм уға Үҙемде күрһәтермен.
Nyochaa Яхъя 14:21
6
Яхъя 14:16-17
Мин Атамдан һорармын, Ул, мәңге һеҙҙең менән булһын өсөн, һеҙгә бүтән Яҡлаусы бирер. Ул Яҡлаусы – Хәҡиҡәт Рухы. Донъя Уны күрмәгәнгә һәм белмәгәнгә күрә ҡабул итә алмай, ә һеҙ Уны беләһегеҙ, Ул һеҙҙең менән ҡалыр һәм күңелегеҙҙә булыр.
Nyochaa Яхъя 14:16-17
7
Яхъя 14:13-14
Минең исемемдән нимә генә һораһағыҙ ҙа, эшләрмен; шулай итеп Ата Үҙенең шөһрәтен Улында күрһәтер. Минең исемемдән нимә һораһағыҙ ҙа, эшләрмен.
Nyochaa Яхъя 14:13-14
8
Яхъя 14:15
Әгәр Мине яратһағыҙ, бойороҡтарымды үтәрһегеҙ.
Nyochaa Яхъя 14:15
9
Яхъя 14:2
Атам йортонда бүлмәләр күп. Шулай булмаһа, һеҙгә урын әҙерләргә китәм, тип әйтмәҫ инемме ни?
Nyochaa Яхъя 14:2
10
Яхъя 14:3
Барып урын әҙерләгәс, һеҙ ҙә Минең менән бергә булһын өсөн, яңынан килеп, һеҙҙе Үҙ яныма аласаҡмын.
Nyochaa Яхъя 14:3
11
Яхъя 14:5
– Хакимым! Һинең ҡайҙа китеүең беҙгә билдәһеҙ, шулай булғас, унда барыр юлды ҡайҙан беләйек? – тине Томас.
Nyochaa Яхъя 14:5
Ebe Mmepe Nke Mbụ Nke Ngwá
Akwụkwọ Nsọ
Atụmatụ Ihe Ogụgụ Gasị
Vidiyo Gasị