1
Марк 2:17
Инжил
BskNT14
Ғайса быны ишетеп: – Табип сәләмәт кешеләргә түгел, ә ауырыуҙарға кәрәк. Мин тәҡүә кешеләрҙе түгел, ә гонаһлыларҙы артымдан саҡырырға килдем, – тине.
مقایسه
Марк 2:17 را جستجو کنید
2
Марк 2:5
Ғайса, уларҙың ышаныуҙарын күреп, ауырыуға: – Улым, һинең гонаһтарың кисерелде! – тине.
Марк 2:5 را جستجو کنید
3
Марк 2:27
Шунан Ғайса уларға: – Кеше шәмбе көн өсөн түгел, ә шәмбе көн кеше өсөн яратылған, – тине.
Марк 2:27 را جستجو کنید
4
Марк 2:4
Ләкин, халыҡ араһынан үтә алмағанлыҡтан, улар Ғайса булған өйҙөң ҡыйығын һүтеп, паралич һуҡҡан кешене, ятҡан түшәге менән, шул тишектән төшөрҙөләр.
Марк 2:4 را جستجو کنید
5
Марк 2:10-11
Ләкин шуны белегеҙ: Әҙәм Улының ерҙә гонаһтарҙы кисерергә хакимлығы бар. – Шунан Ғайса паралич һуҡҡан кешегә өндәште: – Һиңә әйтәм, тор, түшәгеңде ал да өйөңә ҡайт!
Марк 2:10-11 را جستجو کنید
6
Марк 2:9
Паралич һуҡҡан кешегә нимә тип әйтеү еңелерәк: «Һинең гонаһтарың кисерелде», – типме, әллә: «Тор, түшәгеңде ал да атлап кит», – типме?
Марк 2:9 را جستجو کنید
7
Марк 2:12
Теге шунда уҡ торҙо ла, түшәген алып, бөтөн кеше алдында сығып китте. Быға бөтәһе лә хайран ҡалды һәм Алланы данлап: – Беҙҙең бының кеүекте бер ҡасан да күргәнебеҙ юҡ ине, – тиештеләр.
Марк 2:12 را جستجو کنید